Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 20:18 - Изге Яҙма

18 – Әле беҙ Йәрүсәлимгә китеп барабыҙ. Унда Әҙәм Улы баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре ҡулына тотоп биреләсәк. Улар Уны үлемгә хөкөм итәсәк,

Ver Capítulo Copiar

Инжил

18 – Әле беҙ Иерусалимға китеп барабыҙ. Унда Әҙәм Улы баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре ҡулына тотоп биреләсәк. Улар Уны үлемгә хөкөм итәсәк,

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

18 – Әле беҙ Йәрүсәлимгә китеп барабыҙ. Унда Әҙәм Улы баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре ҡулына тотоп биреләсәк. Улар Уны үлемгә хөкөм итәсәк,

Ver Capítulo Copiar




Матфей 20:18
15 Referencias Cruzadas  

Шул ваҡыттан алып Ғайса шәкерттәренә Үҙенең Йәрүсәлимгә барасағы, унда аҡһаҡалдар, баш ҡаһиндар менән ҡанун белгестәре тарафынан күп ғазаптарға дусар ителәсәге һәм үлтереләсәге, әммә өсөнсө көндә терелеп торасағы тураһында һөйләй башланы.


Был Кеше Алланың ниәте һәм алдан белеп тороуы менән һеҙҙең ҡарамаҡҡа тапшырылғайны. Һеҙ Уны Алла ҡанунын белмәүселәр ҡулы менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатып үлтерҙегеҙ.


Иртән иртүк бөтә баш ҡаһиндар һәм халыҡ аҡһаҡалдары кәңәшкә йыйылып, Ғайса үлтерелергә тейеш, тигән ҡарар сығарҙы.


Ниндәй ҡарар сығараһығыҙ? – тип һораны. – Ул ғәйепле һәм үлергә тейеш, – тине улар.


– Ике көндән Ҡотҡарылыу байрамы булғанын беләһегеҙ. Шунда Әҙәм Улын арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларға тапшырасаҡтар, – тине.


Шунда улар: – Беҙгә тағы бер шаһитлыҡтың нимәгә кәрәге бар? Быны беҙ Уның Үҙ ауыҙынан ишеттек, – тинеләр.


Көрәшсе Шимғон һәм Ғайсаға аҙаҡ хыянат итәсәк Йәһүҙә Искариот.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios