11 Аҡсаларын алғас, хужаға зарлана башлағандар:
Беҙ мәжүсиҙәргә ҡотола алһындар тип аңлатырға тырышабыҙ, ә йәһүдтәр беҙгә ҡамасаулай, шуның өсөн дә улар үҙ гонаһтарының күләмен һәр ваҡыт арттыра бара һәм, ниһайәт, Алла нәфрәте улар өҫтөнә төшә.
Был хәлде күреп торған барыһы ла: – Был тиклем дә гонаһлы кешегә нисек итеп ҡунаҡҡа бармаҡ кәрәк! – тип һуҡранды.
Был әҙәмдәр, яҙмыштарына зарланып, туҡтауһыҙ һуҡрана, аҙғын теләктәре буйынса ғәмәл ҡылып, үҙҙәре тураһында яңғырауыҡлы һүҙҙәр һөйләй һәм үҙ файҙалары хаҡына бүтәндәргә ярамһаҡлана.
Ә йәһүдтәр, халыҡтың күплегенә көнләшеүҙән эстәре ташып, Паулус әйткәндәргә ҡаршы әрләшә башланы.
Фарисейҙар менән ҡанун белгестәре иһә: – Был Кеше гонаһлыларҙы ҡабул итә, хатта улар менән бер табындан ашай, – тип һуҡранды.
Фарисейҙар һәм уларға ҡараған ҡанун белгестәре, асыуланып, Ғайсаның шәкерттәренә ризаһыҙлыҡ белдерҙе: – Ни өсөн һеҙ һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлы әҙәмдәр менән бергә ашап-эсеп ултыраһығыҙ?
Беренсе ялланған эшселәрҙең сираты еткәс: «Күберәк алырбыҙ», – тип өмөтләнгән. Ләкин улар ҙа берәр динар алған.
«Аҙаҡ килгәндәр бер сәғәт кенә эшләне, ә һин уларҙы беҙҙең менән тиңләнең. Беҙ бит көнө буйы эҫе ҡояш аҫтында ауыр эш башҡарҙыҡ».
Уны өс йөҙҙән ашыу динарға һатып, аҡсаһын фәҡирҙәргә өләшергә булыр ине бит, – тиешеп, ҡатынды әрләй башланы.
Шунда булған йәһүдтәрҙе Уның: «Мин – күктән төшкән икмәк», – тип әйтеүе асыуландырҙы. Улар үҙ-ара:
Ғайса, һүҙҙәренең шәкерттәр күңелендә ризаһыҙлыҡ тыуҙырғанын белә ине, шуға күрә: – Былар һеҙҙең йәнегеҙгә тейәме?