Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 19:23 - Изге Яҙма

23 Ғайса Үҙенең шәкерттәренә былай тине: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бай кешегә Күктәр Батшалығына инеү ҡыйын.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

23 Ғайса Үҙенең шәкерттәренә өндәште: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бай кешегә Күктәр Батшалығына инеү ҡыйын.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

23 Ғайса Үҙенең шәкерттәренә былай тине: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бай кешегә Күктәр Батшалығына инеү ҡыйын.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 19:23
25 Referencias Cruzadas  

Сәнскәк араһына сәселгәне шуны аңлата: кеше һүҙҙе ишетә, әммә донъя мәшәҡәттәре, байлыҡҡа ҡыҙығыу һүҙҙе баҫып китә һәм ул уңыш бирмәй.


Ғайса тирә-яғына ҡараш ташланы ла шәкерттәренә: – Байлығы булған кешеләргә Алла Батшалығына инеү ни тиклем ҡыйын! – тине.


Ғайса, уның ҡайғырғанын күреп, былай тине: – Байлығы булған кешеләргә Алла Батшалығына инеү ни тиклем ҡыйын!


Имандаштар, Алла саҡырған ваҡытта һеҙ кем инегеҙ? Арағыҙҙа, әҙәмсә фекер йөрөткәндә, аҡыллылар ҙа, ҡөҙрәтлеләр ҙә, затлы нәҫелдән булғандар ҙа күп түгел ине бит.


Ғайса уға: – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: кеше юғарынан тыумаһа, ул Алла Батшалығын күрә алмаҫ, – тип яуап бирҙе.


Байлығына ғына иҫәп тотҡан шиңеп ҡалыр, иманлылар йәшел япраҡ һымаҡ булыр.


Һеҙ иһә фәҡирҙе кәмһеттегеҙ. Һеҙҙе йәберләгән һәм хөкөмдән хөкөмгә йөрөткән кешеләр байҙар түгелме ни?


унда шәкерттәрҙең рухын күтәрҙеләр, иманда ныҡ торорға өндәнеләр. – Алла Батшалығына инер өсөн күп михнәттәр аша үтергә тура киләсәк, – тине улар.


Ғайса былай тип яуапланы: – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: кеше һыуҙан һәм Рухтан тыумаһа, Алла Батшалығына инә алмаҫ!


ла: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр һеҙ, үҙгәреп, балалар кеүек булмаһағыҙ, Күктәр Батшалығына бер ҡасан да инмәйәсәкһегеҙ, – тине.


Һеҙгә шуны әйтәм: әгәр ҙә тәҡүә булыуығыҙ ҡанун белгестәренең һәм фарисейҙарҙың тәҡүәлегенән артығыраҡ булмаһа, Күктәр Батшалығына инмәйәсәкһегеҙ.


Аталарының ихтыярын ҡайһыһы үтәгән? – Беренсеһе, – тип яуап бирҙе тегеләр. Ғайса уларға былай тине: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығына һалым йыйыусылар һәм фәхишәләр һеҙҙән алда инәсәк.


Егет иһә, был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ҡайғыға төшөп китеп барҙы: ул бик бай ине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios