Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 18:8 - Изге Яҙма

8 Әгәр ҙә ҡулың йәки аяғың һине гонаһҡа ҡотортһа, уны ҡырҡып алып ташла! Ике ҡуллы, ике аяҡлы булып мәңгелек утҡа ырғытылғанға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа сулаҡ йәки аҡһаҡ килеш инеүең хәйерлерәк.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

8 Әгәр ҙә ҡулың йәки аяғың һине гонаһҡа ҡотортһа, уны сабып ситкә ташла! Ике ҡулың һәм ике аяғың менән мәңгелек утҡа ташланыуға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа бер ҡуллы йәки аҡһаҡ килеш инеүең һинең өсөн хәйерлерәк.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

8 Әгәр ҙә ҡулың йәки аяғың һине гонаһҡа ҡотортһа, уны ҡырҡып алып ташла! Ике ҡуллы, ике аяҡлы булып мәңгелек утҡа ырғытылғанға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа сулаҡ йәки аҡһаҡ килеш инеүең хәйерлерәк.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 18:8
22 Referencias Cruzadas  

Төн үтеп бара, көн тыуа. Әйҙәгеҙ, ҡараңғылыҡ эштәренән ситләшеп, яҡтылыҡ ҡоралдарын алайыҡ.


Исеме тормош китабында табылмаған һәр кем шул утлы күлгә ырғытылды.


Алланың нәфрәт туҫтағында әҙерләнгән шыйыҡлатылмаған ярһыу шарабын эсәсәк, изге фәрештәләр һәм Бәрәс алдында ут һәм көкөрт эсендә ғазапландырыласаҡ.


Ҡылған бөтә гонаһтарығыҙҙы ташлағыҙ. Үҙегеҙ өсөн яңы йөрәк, яңы рух булдырығыҙ! Ни өсөн һеҙгә үлергә, эй Исраил нәҫеле?


Әммә ҡурҡаҡтарҙың да, имандан баш тартҡандарҙың да, әшәкеләрҙең дә, кеше үлтереүселәрҙең дә, фәхешлек ҡылыусыларҙың да, сихырсыларҙың да, ялған илаһтарға табыныусыларҙың да, бөтә ялғансыларҙың да өлөшө ут һәм көкөрт ялҡынланып торған күлдә булыр. Был – икенсе үлем.


Шуның кеүек, һеҙҙең берегеҙ ҙә, бөтә нәмәһенән баш тартмаһа, Минең шәкертем була алмаясаҡ.


Улар мәңгелек язаға, ә тәҡүә булғандар мәңгелек тормошҡа китер.


Унан һуң Ул Үҙенең һул яғында тороусыларға әйтер: «Китегеҙ Минең янымдан, ләғнәт төшкәндәр! Иблискә һәм уның фәрештәләренә әҙерләп ҡуйылған мәңгелек утҡа барығыҙ!


Сиондағы гонаһлыларҙың ҡото осто, Аллаһыҙҙар ҡалтырауға төштө: «Ялмап йотҡан ут эсендә кемебеҙ һуң тере ҡалыр? Мәңге һүнмәҫ ялҡын эргәһендә кемебеҙ йәшәй алыр?»


Шул саҡ бай: «Эй атабыҙ Ибраһим! Миңә мәрхәмәтле булып, Әлғазарҙы яныма ебәр әле, ул бармаҡ осон һыуға манып, телемде сылатып һалҡынайтһын. Мин был ялҡында шул тиклем ғазапланам», – тип ҡысҡырған.


Шул саҡ көмөш ялатылған боттарығыҙҙы, Алтын йүгертелгән һындарығыҙҙы Ерәнгес тип табырһығыҙ, Уларҙы нәжес тип ташларһығыҙ, «Юғал күҙ алдынан!» – тиерһегеҙ.


– Әммә береһен дә рәнйетмәйек. Күлгә барып ҡармаҡ һал. Беренсе эләккән балыҡтың ауыҙын ас һәм унда көмөш тәңкә табырһың. Уны алып, һалым йыйыусыларға Минең өсөн дә, үҙең өсөн дә бир.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios