Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 18:23 - Изге Яҙма

23 Күктәр Батшалығы бына нимәгә оҡшаш: бер батша хеҙмәтселәре менән хисаплашып ҡуйырға ниәтләгән.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

23 Күктәр Батшалығы бына нимәгә оҡшаш: бер батша үҙенең хеҙмәтселәренән иҫәп-хисап эшен талап иткән.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

23 Күктәр Батшалығы бына нимәгә оҡшаш: бер батша хеҙмәтселәре менән хисаплашып ҡуйырға ниәтләгән.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 18:23
17 Referencias Cruzadas  

Ғайса уларға тағы бер ҡисса һөйләне: – Күктәр Батшалығы үҙ баҫыуына яҡшы орлоҡ сәскән кешегә оҡшаған.


Шулай итеп, һәр беребеҙ үҙе тураһында Алла алдында хисап тотасаҡ.


Йәнә Күктәр Батшалығы балыҡсылар диңгеҙгә ырғытҡан һәм күп төрлө балыҡ тулып сыҡҡан йылымға оҡшаған.


– Тәүбәгә килегеҙ, – тине ул вәғәзендә. – Күктәр Батшалығы яҡынлашты.


Шуға күрә ваҡытынан алда хөкөм итмәгеҙ, Раббының килгәнен көтөгөҙ. Ул ҡараңғылыҡта йәшерелгәндәрҙе яҡтыға сығарасаҡ һәм кеше йөрәгендәге ниәттәрҙе асасаҡ. Ул саҡта инде һәр кем Алланың маҡтауын аласаҡ.


Күктәр Батшалығы ул ваҡытта шулай булыр: бер кеше, сәфәргә сығып китер алдынан, хеҙмәтселәрен саҡырып, үҙенең мал-мөлкәтен уларға ышанып тапшырған.


– Бына шуға күрә, – тине уларға Ғайса, – Күктәр Батшалығын өйрәнгән һәр ҡанун белгесе келәтенән яңы әйберҙәрҙе лә, иҫкеләрен дә сығарған йорт хужаһына оҡшаған.


Йәнә бер ҡисса һөйләне Ғайса: – Күктәр Батшалығы ҡатын кеше бөтә ҡамырҙы ҡабартырға тип бер ҡапсыҡ онға болғаған әсеткегә оҡшаған.


Ғайса уларға тағы бер ҡисса һөйләне: – Күктәр Батшалығы берәүҙең үҙ баҫыуына сәскән гәрсис орлоғона оҡшаған.


Ул ваҡытта Күктәр Батшалығы, ҡулдарына яҡтыртҡыс тотоп, кейәү ҡаршыларға сыҡҡан ун ҡыҙға оҡшаш булыр.


Шуға күрә был һүҙҙәремде ишетеп, уларҙы үтәгән һәр кем үҙенең йортон таш өҫтөндә төҙөгән аҡыллы кешегә оҡшар.


Аҡса хисабын асыҡлай башлағас, уның янына ун мең талант бурысы булған бер кешене алып килгәндәр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios