Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 15:22 - Изге Яҙма

22 Шул төбәктә йәшәгән ҡәнғәни халҡынан булған бер ҡатын Уның ҡаршыһына сығып: – Әфәндем, Дауыт Улы! Миңә мәрхәмәтле булһаңсы: ҡыҙыма ен эйәләшкән, ул бик ныҡ ғазаплана! – тип ҡысҡырҙы.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

22 Шул төбәктә йәшәгән Ханаан ҡатыны Уның ҡаршыһына сығып: – Әфәндем, Дауыт Улы! Миңә мәрхәмәтле булһаңсы: ҡыҙыма ен эйәләште, ул ныҡ ғазаплана! – тип ҡысҡырҙы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

22 Шул төбәктә йәшәгән ҡәнғәни халҡынан булған бер ҡатын Уның ҡаршыһына сығып: – Әфәндем, Дауыт Улы! Миңә мәрхәмәтле булһаңсы: ҡыҙыма ен эйәләшкән, ул бик ныҡ ғазаплана! – тип ҡысҡырҙы.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 15:22
19 Referencias Cruzadas  

Бынан киткән саҡта Ғайсаның артынан: – Дауыт Улы, беҙҙе йәллә инде! – тип ҡысҡырып, ике һуҡыр эйәрҙе.


– Әфәндем, улымды ҡыҙған! Ул өйәнәк ауырыуынан яфалана. Йыш ҡына әле утҡа, әле һыуға ташлана.


Йырсылар етәксеһенә: ҡыллы уйын ҡоралдары оҙатыуында. Дауыттың мәҙхиәһе.


Һалым йыйыусы иһә ситтәрәк баҫып торған һәм күккә күтәрелеп ҡарарға ла ҡыймаған, күкрәген төйә-төйә: «Аллам, миңә, гонаһлыға, мәрхәмәтле булһаңсы!» – тигән.


көслө тауыш менән: – Ғайса Остаз! Беҙгә мәрхәмәтле булсы! – тип ҡысҡырҙы.


Уның тураһындағы хәбәр бөтә Сүриә буйлап таралды. Янына төрлө сирҙәрҙән, интектергес ауыртыныуҙарҙан яфаланған, ен эйәләшкән, илергән һәм фалиж һуҡҡан кешеләрҙе алып килделәр. Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы.


Ибраһим һәм Дауыт тоҡомонан булған Ғайса Мәсихтең нәҫел шәжәрәһе.


Телмәрҙәре билдәһеҙ, теле аңлашылмаҫ, әйткәндәре төшөнмәҫлек булған күп халыҡтар араһына ебәрелмәйһең һин. Әгәр Мин һине улар янына ебәрһәм, улар һиңә, әлбиттә, ҡолаҡ һалған булыр ине.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы беҙҙең менән, Яҡуп Аллаһы – беҙҙең ҡәлғәбеҙ. Села


Йә Раббым, асыуланып язалама мине. Ярһыулы мәлеңдә ғазаплама.


Әммә Ғайса бер ауыҙ һүҙ әйтмәне. Шәкерттәре килеп: – Әйт әле, китһен. Юғиһә ул ҡысҡырып беҙҙең арттан килә, – тип инәлде.


Улар Ғайсаны тыңларға, ауырыуҙарынан арынырға килгәйне. Яуыз рухтарҙан ғазап сиккән кешеләр ҙә һауыҡты.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios