21 Шунан Ғайса Тир һәм Сидон төбәгенә китте.
Ашер ырыуы ла Ғакко, Сидон менән Ахлав, Ахзив, Хелба, Афиҡ һәм Рехов ҡалаларында йәшәгән халыҡты ерҙәренән ҡыуып сығарманы.
Ливандан алып Мисрефоҫ-Майимға тиклем тауҙарҙа йәшәгәндәрҙең бөтәһен, барлыҡ сидондарҙы исраилдар алдынан Үҙем ҡыуып ебәрәм. Ерҙе йәрәбә буйынса исраилдар араһында, Мин һиңә бойорғанса, биләмә булараҡ бүл.
Раббы уларҙы исраилдар ҡулына тапшырҙы. Исраилдар, дошмандарын тар-мар итеп, Бөйөк Сидонға һәм Мисрефоҫ-Майимға тиклем, көнсығыштағы Миспе үҙәненә тиклем эҙәрләне. Уларҙың береһен дә ҡалдырмай ҡырып һалды.
Ғүмер һөрөр Зевулун диңгеҙ яры буйында, Караптар туҡтай торған урында. Ерҙәренең сиге һуҙылыр Сидонға ҡәҙәр.
Кешене ана шулар бысрата, ә йыуылмаған ҡул менән ашау түгел.