Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 15:19 - Изге Яҙма

19 Сөнки яуыз уйҙар, кеше үлтереү, зина ҡылыу, фәхешлек итеү, урлашыу, ялған шаһитлыҡ биреү, яла яғыу – бөтәһе лә кешенең күңеленән сыға.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

19 Сөнки яуыз ниәттәр – кеше үлтереү, зинасылыҡ, фәхешлек, урлашыу, ялған шаһитлыҡ ҡылыу, яла яғыу – бөтәһе лә кешенең йөрәгенән сыға.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

19 Сөнки яуыз уйҙар, кеше үлтереү, зина ҡылыу, фәхешлек итеү, урлашыу, ялған шаһитлыҡ биреү, яла яғыу – бөтәһе лә кешенең күңеленән сыға.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 15:19
24 Referencias Cruzadas  

Кеше йөрәгенән дә хәйләкәре юҡ, Уны дауалап булаһы түгел. Уны кем һуң аңлай алыр?


Бөтәһенән дә бигерәк йөрәгеңде һаҡла, йәшәү сығанағы ошо – шуны аңла.


Раббы күрҙе: ер йөҙөндә кешеләр бик ныҡ аҙған – уларҙың бөтә уй-ниәте һәр саҡ яуызлыҡта.


«Эй Йәрүсәлим, ҡотолор өсөн, Күңелеңдән яуызлыҡты йыуып ташла. Ҡасанғаса булмышыңда боҙоҡ ниәтте һаҡларһың?


Шуға күрә был яуызлығыңдан тәүбә ит һәм Раббыға доға ҡыл, бәлки, күңелеңдәге яуыз уйың ғәфү ителер.


Аяҡтары яуызлыҡҡа табан сабыр, Ғәйепһеҙҙең ҡанын түгер өсөн ашығырҙар. Баштарындағы уйҙары енәйәтсел, Юлдарында – емереклек һәм һәләкәт.


Яман әҙәм ҡыуған юлын, Залим яуыз уйын ташлаһын; Раббыға әйләнеп ҡайтһын – Ул мәрхәмәтен күрһәтер; Беҙҙең Аллабыҙға килһен – Ул ярлыҡауға бик йомарт.


Йөрәгендә уның һәр саҡ мәкер, һәр ваҡыт боҙоҡлоҡ уйлап йөрөй, ҡайҙа барһа ла, тауыш сығара.


Миндә, йәғни гонаһлы тәбиғәтемдә, бер генә изгелек тә йәшәмәгәнлеген беләм. Миндә яҡшылыҡ эшләү теләге булһа ла, башҡара алмайым.


Уларҙың нимә уйлағанын белгән Ғайса: – Ниңә һеҙ шулай насар уйлайһығыҙ? – тип һораны.


Раббы, ҡорбандың хуш еҫен тойғас, Үҙ-Үҙенә: «Башҡаса кешеләр арҡаһында ергә ҡәһәремде һалмам, сөнки кеше күңелендә яуызлыҡ бала сағынан уҡ була; бүтәнсә тереклекте юҡ итмәм.


Ахмаҡлыҡ менән ҡоролған ниәт – гонаһ, башҡаларҙы мәсхәрәләүсегә ерәнеп ҡарарҙар.


Бала башындағы иҫәрлекте тәртип сыбығы тиҙ ҡыуып сығарыр.


– Мине мыҫҡыл иткәнең өсөн туҡмайым, әгәр ҡулымда ҡылыс булһа, шунда уҡ һине үлтерер инем, – тип яуапланы Билғам.


Ә Мин һеҙгә әйтәм: ҡатын-ҡыҙға енси теләк менән ҡараған кеше күңелендә уның менән инде зина ҡылған була.


Кешене ана шулар бысрата, ә йыуылмаған ҡул менән ашау түгел.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios