16 – Әллә һеҙ ҙә һаман төшөнмәйһегеҙме? – тине Ғайса.
Һаман бер ни ҙә аңламайһығыҙмы ни? Биш икмәктең биш мең кешегә еткәнен иҫләмәйһегеҙме? Ҡалғанын нисә кәрзин йыйып алдығыҙ?
Шәкерттәре был һүҙҙәрҙең айышына төшөнмәне, әммә Унан һорарға ҡурҡтылар.
– Әллә һеҙ ҙә төшөнмәйһегеҙме? – тине Ул. – Кеше эсенә тыштан ингән бер нәмәнең дә уны бысрата алмауын аңламайһығыҙмы?
Әммә шәкерттәре Уны аңламаны. Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһе уларҙан йәшерелгәйне, шуның өсөн дә төшөнмәнеләр. Ә Ғайсанан һорарға ҡурҡтылар.
Ғайса халыҡты янына саҡырып алып: – Тыңлағыҙ һәм аңларға тырышығыҙ.
Һеҙ күптән инде үҙегеҙ өйрәтеүсе булырға тейеш инегеҙ, әммә һеҙҙе һаман Алла тәғлимәтенең тәү башланғыстарына өйрәтергә кәрәк. Һеҙгә ҡаты ризыҡ түгел, ә һөт кәрәк.
Бынан һуң Ғайса уларға Изге Яҙманы аңларға ярҙам итте:
Әммә шәкерттәр был һүҙҙәрҙән бер нәмә лә аңламаны, һүҙҙәрҙең мәғәнәһе улар өсөн йәшерен ҡалғанлыҡтан, Ғайсаның әйткәндәренә төшөнмәнеләр.
Улар икмәк менән булған хәлде лә аңламағайны – күңелдәре һаман ҡатып ҡалған ине.
Мин Һеҙгә икмәк тураһында түгел, фарисейҙар һәм саддукейҙар әсеткеһенән һаҡ булығыҙ, тинем! Был һеҙгә аңлашылмаймы ни? – тине.
Һеҙ быларҙың бөтәһен дә аңланығыҙмы? – Эйе, – тип яуап бирҙе шәкерттәре.
Шунда Петрус Унан: – Беҙгә теге ҡиссаны аңлатып бирһәңсе, – тип үтенде.
– Ауыҙға ингән нәмәнең ҡарынға үтеүе, ә унан тышҡа сығарып ташланыуы аңлашылмаймы ни?