Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 15:14 - Изге Яҙма

14 – Ҡалдырығыҙ шуларҙы! Һуҡырҙарҙы етәкләп йөрөүсе һуҡырҙар улар. Һуҡыр һуҡырҙы етәкләп бара икән, икеһе лә соҡорға ҡолап төшәсәк.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

14 – Ҡалдырығыҙ шуларҙы! Һуҡырҙарҙы етәкләп йөрөүсе һуҡырҙар улар. Һуҡыр һуҡырҙы етәкләп бара икән, икеһе лә соҡорға ҡолап төшәсәк.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

14 – Ҡалдырығыҙ шуларҙы! Һуҡырҙарҙы етәкләп йөрөүсе һуҡырҙар улар. Һуҡыр һуҡырҙы етәкләп бара икән, икеһе лә соҡорға ҡолап төшәсәк.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 15:14
19 Referencias Cruzadas  

Ғайса Үҙен тыңлаусыларға кинәйәләп һөйләне: – Һуҡыр һуҡырҙы етәкләп бара аламы? Икеһе лә соҡорға ҡолап төшмәҫме?


Исраилдың ҡарауылсылары һуҡыр, Барыһы ла белекһеҙ. Улар һәммәһе – өрә белмәгән телһеҙ эт, Яталар ҙа серемгә китәләр, Йоҡларға бик яраталар!


Ләкин һеҙ тура юлдан ҡайырылдығыҙ, Күптәрҙең ҡанун боҙоуына сәбәпсе булдығыҙ. Минең Леви менән төҙөгән килешеүемде боҙҙоғоҙ, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Сөнки әйҙәүселәре был халыҡты аҙаштырыр, Улар артынан эйәреүселәр оятҡа ҡалыр.


Исраил халҡы араһында ялған пәйғәмбәрҙәр ҙә булған һымаҡ, һеҙҙең арағыҙҙа ла ялған өйрәтеүселәр булыр. Улар зарарлы тәғлимәттәрҙе таратыр, хатта, үҙҙәрен иреккә йолоп алған Хакимды инҡар итеп, үҙ баштарына тиҙ үк һәләкәт килтерер.


Пәйғәмбәрҙәр ялған пәйғәмбәрлек итә; Ҡаһиндар үҙҙәренсә хакимлыҡ ҡыла; Ә Минең халҡыма быларҙың барыһы оҡшай. Әммә ахырҙа һеҙ нимә эшләрһегеҙ икән?»


Ҡолом ҡәҙәр бүтән һуҡыр бармы? Ебәргән илсем һымаҡ һаңғырау бармы? Мин һайлағандар шикелле һуҡыр бармы? Бармы һуҡыр Раббының ҡололай?


Ә эттәр ҙә, сихырсылар ҙа, фәхешлек ҡылыусылар ҙа, кеше үлтереүселәр ҙә, ялған илаһтарға табыныусылар ҙа, барлыҡ ялғанлыҡ яратыусылар һәм уны ҡылыусылар ҙа тыш яҡта ҡаласаҡ.


Ә януар һәм уның исеменән мөғжизәләр күрһәткән ялған пәйғәмбәр ҡулға алынды. Был ялған пәйғәмбәр януар тамғаһын ҡабул иткәндәрҙе, уның һынына табыныусыларҙы мөғжизәләр ярҙамында алдағайны. Улар икеһе лә янып торған көкөртлө күлгә тере көйө ырғытылды.


Был кешеләр – һыуһыҙ шишмәләр, ел ҡыуып таратҡан томандар һымаҡ: уларҙы дөм ҡараңғылыҡ көтә.


Аллаға табыныу – табыш алыу өсөн тип уйлап, хәҡиҡәттән ситләшкән, шул арҡала аҡылдарына зыян килгән кешеләр араһында буш бәхәстәр тыуа.


Әфраим боттарына йәбешкән – ҡалдыр уны.


Әшәке ғәмәлдәре өсөн оялалармы? Ҡайҙа оялыу, ҡыҙара ла белмәйҙәр! Шуға күрә ҡолағандар араһына йығылырҙар; Улар язаланған мәлдә Һөрлөгөп барып төшөрҙәр», – ти Раббы.


Әшәке ғәмәлдәре өсөн оялалармы? Ҡайҙа оялыу, ҡыҙара ла белмәйҙәр! Шуға күрә ҡолағандар араһына йығылырҙар; Уларҙы язалаған сағымда Һөрлөгөп барып төшөрҙәр», – ти Раббы.


Мысырҙар бит Алла түгел, бары кеше, Аттары ла рухтан түгел, тик тән генә. Раббы ҡулын күтәргән сағында Ярҙамға килгән абыныр, Ярҙам алғаны йығылыр, Һәммәһе бер юлы һәләк булыр.


Ғайса: – Мин был донъяға, күрмәгәндәр күрһен, ә күргәндәр һуҡырайһын тип, хөкөм итергә килдем, – тине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios