Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 15:10 - Изге Яҙма

10 Ғайса халыҡты янына саҡырып алып: – Тыңлағыҙ һәм аңларға тырышығыҙ.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

10 Ғайса халыҡты саҡырып алып уларға: – Тыңлағыҙ һәм шуны аңлағыҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

10 Ғайса халыҡты янына саҡырып алып: – Тыңлағыҙ һәм аңларға тырышығыҙ.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 15:10
13 Referencias Cruzadas  

Шуға күрә, ошо хәбәрҙе ишеткән көндән башлап, беҙ ҙә, Изге Рух тарафынан бирелгән бөтә аҡыл һәм аң менән Алла ихтыярын тулыһынса танып белеүегеҙҙе теләп, һеҙҙең хаҡҡа үтенеүҙән һәм доға ҡылыуҙан туҡтамайбыҙ.


Бынан һуң Ғайса уларға Изге Яҙманы аңларға ярҙам итте:


һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһы, шөһрәтле Ата, Уны яҡшыраҡ танып белеү өсөн һеҙгә аҡыл һәм асылыш Рухы бирһен тип доға ҡылам.


Ә инде Даниил пәйғәмбәр әйткән «ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес бер нәмәнең» Изге урында тороуын үҙегеҙ күргәс (был һүҙҙәрҙе уҡыған кеше аңлаһын!),


Батшалыҡ хаҡындағы һүҙҙе ишетеп тә, уны аңламаған һәр кемдең йөрәгенә сәселгәнде мәкерле Иблис килеп алып китә. Был – юл буйына сәселгән орлоҡ.


Әйткәнемә ҡолаҡ һалығыҙ, Минең яныма килегеҙ, Тыңлағыҙ мине һәм йәшәрһегеҙ. Һеҙҙең менән мәңгелек килешеү төҙөрмөн, Дауытҡа вәғәҙә иткән тоғро һөйөүемде бирермен.


Ул шунда былай тине: – Бар, был халыҡҡа әйт: «Тыңлап-тыңлап та, аңламаҫһығыҙ; Ҡарап-ҡарап та, күрмәҫһегеҙ!»


– Әгәр ҙә һин иҫән-аман әйләнеп ҡайтһаң, минең аша Раббы һөйләмәгән булыр, – тине Михаяһ. Шунан: – Эй халыҡтар, әйткәнемде ишетегеҙ! – тип өҫтәне.


Әгәр ҙә ҡайһығыҙғалыр аҡыл зирәклеге етешмәһә, уны барыһына ла шелтәһеҙ, йомарт өләшкән Алланан һораһын, һәм уға бирелер.


Уларҙың Миңә табыныуы бушҡа: улар кеше уйлап сығарған ҡағиҙәләргә өйрәтә».


Кешене ауыҙына ингән нәмә түгел, ауыҙынан сыҡҡаны бысрата, – тине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios