Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 14:6 - Изге Яҙма

6 Һирудтың тыуған көнөндә Һирудиастың ҡыҙы ҡунаҡтар алдында бейене. Был Һирудҡа шул тиклем оҡшаны,

Ver Capítulo Copiar

Инжил

6 Тыуған көнөндә Иродиаданың ҡыҙы ҡунаҡтар алдында бейене һәм был Иродҡа шул тиклем оҡшаны,

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

6 Һирудтың тыуған көнөндә Һирудиастың ҡыҙы ҡунаҡтар алдында бейене. Был Һирудҡа шул тиклем оҡшаны,

Ver Capítulo Copiar




Матфей 14:6
21 Referencias Cruzadas  

Өс көндән һуң фирғәүендең тыуған көнө ине. Ул һарай әһелдәре өсөн мәжлес ойошторҙо һәм шулар алдында баш шарап ҡойоусы менән баш икмәксене юғары күтәрҙе –


Һируд, ағаһы Филиппустың ҡатыны Һирудиас арҡаһында Яхъяны ҡулға алдырып, төрмәгә яптыртҡайны, сөнки Һируд был ҡатынға өйләнгәндә Яхъя уға: «Һиңә туғаныңдың ҡатынын алырға ярамай», – тигәйне.


– Остаз, Муса ҡанунда: «Әгәр ҙә балаһы булмаған ир үлеп китһә, уның тол ҡалған ҡатынына туғаны өйләнеп, үлгән туғанының нәҫелен дауам итһен», – тигән.


Яхъя өлкә идарасыһы Һирудты үҙенең ағаһының ҡатыны Һирудиасҡа өйләнгәне һәм башҡа енәйәттәре өсөн фашлағайны.


Һирудиас, кенә тотоп, Яхъяны үлтерергә теләне, тик ҡулынан ғына килмәй ине, сөнки


Ул Эстер хөрмәтенә үҙенең бөтә вәзир-бәктәре һәм яҡындары өсөн оло мәжлес ойошторҙо, бөтә өлкәләрҙә байрам иғлан итте һәм батшаларға хас йомартлыҡ менән бүләктәр таратты.


Ошо Һируд, ағаһы Филиппустың ҡатыны Һирудиас арҡаһында Яхъяны ҡулға алып, бығаулап, төрмәгә ултыртҡайны.


ҡыҙ нимә генә һорамаһын, бөтәһен дә бирергә ант итте.


Ул арала Ғайсаның исеме киң таралыу алды һәм Һируд батшаға ла барып ишетелде. Берәүҙәр: «Сумдырыусы Яхъя үленән терелеп торған, шунлыҡтан Уның ҡөҙрәтле эштәр ҡылырға ҡеүәте бар», – ти ине.


Ғайса шәкерттәрен: – Ҡарағыҙ уны, фарисейҙар әсеткеһенән дә, Һируд әсеткеһенән дә һаҡ булығыҙ! – тип киҫәтте.


Тибериос ҡайсар хакимлығының ун бишенсе йылында, Йәһүҙиәлә Понтиос Пилатос идара иткәндә, Галилеяның башлығы – Һируд, уның ир туғаны Филиппус – Итуреа һәм Трахонитис өлкәләренең башлығы, ә Лусаниас Әбиләнә өлкәһе башлығы булғанда,


Һируд йортонда идара итеүсе Хузастың ҡатыны Йоанна, Сусанна һәм байтаҡ башҡа ҡатындар ҙа Уның менән бергә булды. Был ҡатындар үҙ иҫәптәренән Ғайсаға һәм Уның шәкерттәренә ярҙам итәләр ине.


Шул ваҡыт ҡайһы бер фарисейҙар килеп Ғайсаға: – Бынан кит, Һируд Һине үлтерергә теләй, – тине.


Ғайсаның Һируд батша идара иткән өлкәнән икәнен белгәс, Пилатос Уны Һируд янына ебәрҙе. Был көндәрҙә Һируд үҙе лә Йәрүсәлимдә ине.


Ә Һируд үҙенең ғәскәриҙәре менән Ғайсаны кәмһетеп, Уны мыҫҡыллап, ҡупшы кейемдәр кейҙереп, Пилатос янына кире ебәрҙе.


Ысынлап та, Һируд менән Понтиос Пилатос ошо ҡалала Үҙең мәсехләгән изге Хеҙмәтсең Ғайсаға ҡаршы мәжүсиҙәр һәм Исраил халҡы менән берләште.


Шул ваҡыттарҙа Һируд батша имандаштар берҙәмлегендәге ҡайһы бер кешеләрҙе эҙәрлекләй башланы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios