Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 12:25 - Изге Яҙма

25 Ғайса, уларҙың нимә уйлағанын белеп, былай тине: – Халҡы үҙ-үҙенә ҡаршы һуғышҡан һәр батшалыҡ емерелер, шулай уҡ эсендә дошманлыҡ булған һәр ҡала йәки ғаилә лә имен тороп ҡала алмаҫ.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

25 Ғайса, уларҙың уйҙарын белеп: – Халҡы үҙ-үҙенә ҡаршы һуғышҡан һәр батшалыҡ емерелер, шулай уҡ кешеләре бер-береһенә ҡаршы торған һәр ҡала йәки ғаилә лә тороп ҡала алмаҫ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

25 Ғайса, уларҙың нимә уйлағанын белеп, былай тине: – Халҡы үҙ-үҙенә ҡаршы һуғышҡан һәр батшалыҡ емерелер, шулай уҡ эсендә дошманлыҡ булған һәр ҡала йәки ғаилә лә имен тороп ҡала алмаҫ.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 12:25
18 Referencias Cruzadas  

Әгәр бер-берегеҙҙе кимереп, этләшеүегеҙҙе дауам итһәгеҙ, бер-берегеҙҙе ҡырып бөтөүегеҙ бар. Һаҡ булығыҙ!


Мин, Раббы, кешенең йөрәген беләм, Кешенең булмышын һынайым. Һәр кемгә ҡыуған юлына күрә, Эшенең емешенә ҡарап әжерен бирәм.


Кешенең уйҙарын уның үҙендәге рухтан башҡа кем белә? Шуның кеүек үк Алла ниәттәрен дә Алла Рухынан башҡа бер кем дә белмәй.


Уларҙың нимә уйлағанын белгән Ғайса: – Ниңә һеҙ шулай насар уйлайһығыҙ? – тип һораны.


Менашше Әфраимды, Әфраим Менашшены ейер, Шунан бергә Йәһүҙәнең өҫтөнә ташланырҙар. Шунда ла Раббының асыуы ҡайтмаҫ, Ҡулы күтәрелгән килеш ҡалыр.


Бөйөк ҡала өс өлөшкә бүленде һәм халыҡтарҙың ҡалалары емерелде. Шулай итеп, Алла бөйөк Бабил ҡалаһын иҫенә төшөрҙө һәм уға Үҙенең ярһыу нәфрәт туҫтағынан шарап эсергә бирҙе.


Яратылған бер генә йән эйәһе лә Алла күҙенән йәшеренә алмай. Уның өсөн бөтә нәмә асыҡ һәм нисек бар, шулай күренә. Шуға ла беҙ Уның алдында яуап тоторға тейешбеҙ.


Ғайса шунда уҡ күңеле менән уларҙың уйын һиҙеп былай тине: – Ниңә һеҙ шулай уйлайһығыҙ?


Яман әҙәмдән арала мине, Раббы, Залим бәндәнән ҡурсала.


Уның балаларын үлем менән юҡҡа сығарасаҡмын. Шул саҡта кешенең уй-тойғоларын һынағанымды бөтә берҙәмлектәрҙә лә белерҙәр. Барығыҙға ла эшегеҙгә ҡарата тейешлеһен бирермен.


һәм өсөнсө тапҡыр ҙа унан: – Яхъя улы Шимғон! Һин Мине ныҡ яҡын күрәһеңме? – тип һораны. Петрус Уның: «Һин Мине ныҡ яҡын күрәһеңме?» – тип өсөнсө тапҡыр һорауына көйөнөп: – Раббым! Һиңә бөтәһе лә билдәле. Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде лә беләһең, – тип яуап бирҙе. Ғайса уға йәнә: – Минең һарыҡтарымды ашатып тор, – тине. –


Бына Ул – тауҙарҙы ҡорған, елде бар ҡылған, Кешеләргә Үҙ ниәттәрен белдергән, Таң яҡтыһын ҡараңғыға әүерелдергән, Ерҙең армыттарынан атлаған, Исеме Уның – Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы!


Исраил халҡы икегә бүленде. Халыҡтың яртыһы Гинаҫ улы Тивниҙы батша итеп ҡуйыу яғында ине, яртыһы Ғомриҙы яҡланы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios