Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 12:18 - Изге Яҙма

18 «Бына – Үҙем һайлап алған Ҡолом, Минең ҡәҙерлем, йәнемдең ҡыуанысы. Мин Уны Рухым менән һуғарырмын, Ул ҡәүемдәргә ғәҙел хөкөмдө иғлан итер.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

18 «Бына – Мин һайлаған Хеҙмәтсем, Минең ҡәҙерлем, йәнемдең ҡыуанысы. Мин Уны Рухым менән һуғарырмын, Ул Минең хөкөмөмдө халыҡтарға иғлан итер.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

18 «Бына – Үҙем һайлап алған Ҡолом, Минең ҡәҙерлем, йәнемдең ҡыуанысы. Мин Уны Рухым менән һуғарырмын, Ул ҡәүемдәргә ғәҙел хөкөмдө иғлан итер.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 12:18
40 Referencias Cruzadas  

«Бына, Минең яҡлай торған ҡолом, Уны Үҙем һайлап алдым! Күңелем уны хуш күрә; Уны Рухым менән һуғарҙым, Ул ҡәүемдәргә ғәҙел хөкөм килтерер.


«Раббының Рухы Минең өҫтөмдә, сөнки Ул Мине фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткереү өсөн мәсехләне. Ул Мине әсирҙәргә – ирек, һуҡырҙарға – күрә башлауҙарын иғлан итергә, йәберләнгәндәрҙе азат итергә


Алла, назаралы Ғайсаны Изге Рух менән мәсехләп, Уға ҡөҙрәт бирҙе һәм Ғайса, яҡшылыҡтар ҡылып, Иблис йонсотҡан кешеләрҙе һауыҡтырып йөрөнө, сөнки Алла Уның менән булды.


Алла ебәргән Зат Алланың һүҙҙәрен һөйләй, сөнки Ул Рухты самаһыҙ бирә.


Уға – кешеләр ташлаған, әммә Алла тарафынан һайлап алынған, Уның күҙендә ҡиммәтле тере Таш янына килеп,


«Бына Минең ҡолом уңыш ҡаҙаныр, Ул ҡалҡыр, күтәрелер, бөйөк булыр.


Унда Раббының Рухы – Аҡыл һәм зирәклек рухы, Өгөт-нәсихәт һәм ҡөҙрәт рухы, Раббыны белеү һәм Унан ҡурҡыу рухы булыр.


Уға шөһрәтле бөйөк Алланан: «Был – Минең һөйөклө Улым, Ул Минең ҡыуанысым», – тигән ауаз килгәндә, Ғайса Атабыҙ Алла тарафынан хөрмәт алды һәм Үҙен шөһрәт балҡышында күрһәтте.


Ул беҙҙе ҡараңғылыҡ хакимлығынан ҡотҡарҙы һәм Үҙенең ҡәҙерле Улының батшалығына алып инде.


Алланың ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе Паулустан һәм имандашыбыҙ Тимоҫеустан


Ул быны Үҙенең ғәзиз Улында беҙгә бүләк итеп биргән бөйөк мәрхәмәте маҡталһын өсөн эшләне.


Улар, Антиохияға ҡайтып еткәс, имандаштар берҙәмлеген йыйып, Алланың үҙҙәре аша ниҙәр эшләгәнен, Уның йәһүд булмағандарға иман ишеген асҡанын – бөтәһен дә һөйләп бирҙеләр.


Быны ишеткәс, бөтәһе лә тынысланды. Шунан Алланы данлап: – Тимәк, йәшәүгә алып барған тәүбә юлын Алла башҡа халыҡтарға ла асҡан, – тинеләр.


Ә халыҡ ҡарап торҙо. Башлыҡтар иһә мыҫҡыл итеп: – Башҡаларҙы ҡотҡара ине бит. Әгәр Ул Мәсих – Алла тарафынан һайланған икән, Үҙен дә ҡотҡарһын, – тинеләр.


Болот эсенән: «Был – Минең Улым, һайлап алған Улым, Уны тыңлағыҙ»! – тигән тауыш ишетелде.


Уға күгәрсен сүрәтендә Изге Рух төштө. Күктән: «Һин – Минең һөйөклө Улым. Һин – Минең ҡыуанысым!» – тигән ауаз ишетелде.


Шул мәлдә болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡаплап алды. Болот эсенән: «Был – Минең һөйөклө Улым, Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде.


Күктән: «Һин – Минең һөйөклө Улым. Һин – Минең ҡыуанысым!» – тигән ауаз ишетелде.


Петрус һөйләгән арала, балҡып торған болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡапланы. Болот эсенән: «Был – Минең һөйөклө Улым, Ул Минең ҡыуанысым. Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде.


Эй баш ҡаһин Йеһошуағ, һин һәм ҡаршыңда ултырған хеҙмәттәштәрең, тыңлағыҙ! Сөнки һеҙ – киләсәктә буласаҡ ваҡиғаларҙың билдәләре. Мин Үҙемдең ҡоломдо – Үҫентемде алып киләсәкмен.


Раббы – минең ҡеүәтем һәм ҡәлғәм, Хәсрәт көнөмдә минең ышығым! Ерҙең сиктәренән халыҡтар килеп: «Аталарыбыҙ мираҫҡа ялғанды, Бер нәмәгә лә яраҡһыҙ боттарҙы алған, – тип әйтер. –


Ҡәүемдәр һинең еңеүеңде, Бөтә батшалар даныңды күрер. Раббы Үҙе ҡушҡан яңы исем менән аталырһың.


Кисергән ғазаптарҙан һуң ул яҡтылыҡ күрәсәк, Үҙ эшенең асылына төшөнөп, ҡәнәғәтләнеү табасаҡ. «Минең тоғро ҡолом бик күптәрҙе аҡлаясаҡ, Сөнки уларҙың ғәйептәрен үҙ өҫтөнә аласаҡ, – ти Раббы. –


Был Ишағыяһ пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды:


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios