Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 12:14 - Изге Яҙма

14 Ә фарисейҙар ғибәҙәтхананан сығып киттеләр ҙә, Ғайсаны нисек һәләк итеү тураһында кәңәшләштеләр.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

14 Ә фарисейҙар, ғибәҙәтхананан сығып киттеләр ҙә, Ғайсаны һәләк итеү тураһында кәңәш ҡорҙолар.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

14 Ә фарисейҙар ғибәҙәтхананан сығып киттеләр ҙә, Ғайсаны нисек һәләк итеү тураһында кәңәшләштеләр.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 12:14
15 Referencias Cruzadas  

Ошо көндән алып улар Ғайсаны нисек үлтереү тураһында уйлай башланы.


Улар Ғайсаны тағы эләктерергә тырыштылар, әммә Ул ҡулдарынан ысҡынып китеп барҙы.


Был һүҙҙәрҙән һуң йәһүдтәрҙә Уны үлтереү ниәте тағы ла нығыраҡ көсәйҙе, сөнки Ул шәмбе көнөн боҙоп ҡына ҡалманы, ә Алланы Үҙенең Атаһы тип атап, Үҙен Аллаға тиңләне.


Ҡанун белгестәре менән фарисейҙарҙың асыуы ҡабарҙы, улар, Ғайсаға ҡаршы ни эшләргә икән, тип кәңәш ҡорҙо.


Фарисейҙар ғибәҙәтхананан сыҡты ла Һируд батша яҡлылар менән бергә Ғайсаны нисек һәләк итеү тураһында кәңәшләшә башланы.


Улар, Ғайсаны хәйлә менән ҡулға алып, үлтерергә һүҙ беркетте.


Баш ҡаһиндар менән фарисейҙар иһә, Ғайсаны ҡулға алыр өсөн, Уның ҡайҙалығын белгән кешеләргә килеп әйтергә бойороҡ биргәйне.


Иртән иртүк бөтә баш ҡаһиндар һәм халыҡ аҡһаҡалдары кәңәшкә йыйылып, Ғайса үлтерелергә тейеш, тигән ҡарар сығарҙы.


Ике көндән һуң Ҡотҡарылыу һәм Сөсө икмәк байрамы булырға тейеш ине. Баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре, Ғайсаны хәйлә менән ҡулға алып, үлтереү әмәлен эҙләне.


Баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре, халыҡтан ҡурҡҡанға, Ғайсанан ҡотолорға ҡулай әмәл эҙләне.


Улар Ғайсаны тотоп алырға теләне, ләкин береһе лә Уға ҡул да тейҙермәне, сөнки Уның сәғәте етмәгәйне әле.


Фарисейҙар халыҡтың Ғайса тураһында шулай бәхәсләшкәнен ишетте. Улар, баш ҡаһиндар менән бергәләп, Уны ҡулға алырға Алла йортоноң һаҡсыларын ебәрҙе.


Ҡайһы берәүҙәр Уны тотоп алырға ла теләне, ләкин береһе лә Уға ҡул тейҙермәне.


Шул саҡ йәһүдтәр Уға бәреү өсөн ҡулдарына таш алды, әммә Ғайса йәшенде лә Алла йортонан сығып китте.


Йәһүдтәр, Уны үлтерергә теләп, тағы ҡулдарына таш алды.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios