Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 12:12 - Изге Яҙма

12 Кеше һарыҡтан күпкә ҡәҙерлерәк бит! Шулай булғас, шәмбе көнөндә яҡшылыҡ эшләргә рөхсәт ителә.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

12 – Ә кеше һарыҡтан күпкә ҡәҙерлерәк бит! Шулай булғас, шәмбе көнөндә яҡшылыҡ эшләү дөрөҫ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

12 Кеше һарыҡтан күпкә ҡәҙерлерәк бит! Шулай булғас, шәмбе көнөндә яҡшылыҡ эшләргә рөхсәт ителә.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 12:12
6 Referencias Cruzadas  

Ҡоштарға ҡарағыҙ: улар сәсмәй ҙә, урмай ҙа, бураларға ашлыҡ та һалмай, шулай ҙа уларҙы күктәге Атағыҙ туйындыра. Һеҙ ҡоштарҙан ҡәҙерлерәк түгелме ни?


Шул саҡ Ғайса ҡанун белгестәре менән фарисейҙарҙан: – Мин һеҙгә шундай һорау бирәм: шәмбе көндө яҡшылыҡ эшләү дөрөҫмө, әллә яманлыҡмы? Кешенең ғүмерен ҡотҡарыумы, әллә һәләк итеүме? – тип һораны.


Ә тегеләрҙән: – Шәмбе көндө яҡшылыҡ эшләү дөрөҫмө, әллә яманлыҡмы? Кешенең ғүмерен ҡотҡарыумы, әллә һәләк итеүме? – тип һораны. Тегеләр өндәшмәне.


Шуға күрә ҡурҡмағыҙ: һеҙ бик күп турғайҙарға ҡарағанда ҡәҙерлерәкһегеҙ.


Ҡарғаларға ҡарағыҙ: улар сәсмәй ҙә, урмай ҙа; уларҙың келәттәре лә, буралары ла юҡ. Шулай ҙа Алла уларҙы туйындыра. Ә һеҙ ҡоштарға ҡарағанда әллә күпмегә ҡәҙерлерәк бит.


Шәмбе көнө Ғайса фарисей башлыҡтарының береһенең өйөнә ашҡа барҙы. Ундағыларҙың барыһы ла Ғайсаны диҡҡәт менән күҙәтте.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios