6 Кем Мине кире ҡаҡмай, шул бәхетле, – тип яуапланы уларға Ғайса.
6 Кем Мине кире ҡаҡмай, шул бәхетле.
Үҙендә Алла Рухы булмаған кеше Рух күрһәткәндәрҙе ҡабул итә алмай, сөнки уларҙы ахмаҡлыҡ тип һанай; аңлай алмай, сөнки былар тураһында Изге Рух ярҙамында ғына фекер йөрөтөргә мөмкин.
Юл ыңғайы Ғайса уларға: – Ошо төндә һеҙ бөтәгеҙ ҙә Мине ташлаясаҡһығыҙ. Изге Яҙмала: «Көтөүсене һәләк итермен, шунда көтөүҙәге һарыҡтар таралышып бөтөр», – тип яҙылған.
Шул ваҡыттан башлап Ғайсаның күп шәкерттәре Уны ташлап китте, башҡаса Уның менән бергә йөрөмәне.
Шул саҡта күптәр имандан ваз кисер, бер-береһенә хыянат итер һәм бер-береһен дошман күрер.
Ул – кешеләрҙе абындырыр таш, һөрөндөрөр ҡая». Был ташҡа абыналар, сөнки Уға буйһонмайҙар. Был улар өсөн алдан билдәләнгән.
Кешеләрҙе гонаһҡа этәргән нәмәләр арҡаһында был донъяға ҡайғы! Аҙҙырыусы нәмәләрҙең килеүе ҡотолғоһоҙ, ләкин улар кем аша килә, шул кешегә ҡайғы!
Имандаштар, әгәр сөннәткә ултыртылыуҙың кәрәклеген әле лә вәғәзләгән булһам, ни өсөн мине һаман эҙәрлекләйҙәр? Ул ваҡытта арҡысаҡ тураһында өйрәтеүем дә кәртә булып тормаҫ ине.
Ҡорамға артылыусылар йыры. Хәсрәтле сағымда Раббыға ялбарҙым, Ул миңә яуап ҡайтарҙы.
Шимғон, уларҙы фатихалап, Баланың әсәһе Мәрйәмгә: – Был Бала Исраилда күптәрҙең түбән төшөүенә һәм күтәрелеүенә сәбәп булыр һәм Алланан бирелгән илаһи билдә булып торор. Был билдәне күптәр кире ҡағыр,
Әгәр һине уң күҙең гонаһҡа ҡотортһа, уны соҡоп алып ташла! Бөтөн тәнең менән йәһәннәмгә ырғытылыуға ҡарағанда, бер ағзаңды юғалтыу һинең өсөн хәйерлерәк.
әммә, үҙендә тамыры булмағанлыҡтан, ваҡытлыса ғына тота. Һүҙ арҡаһында бәләгә тарыһа йәки эҙәрләүгә юлыҡһа, ул тиҙ үк сигенә.
Ул балта оҫтаһы түгелме һуң? Мәрйәмдең улы, Яҡуптың, Йосестың, Йәһүҙәнең һәм Шимғондоң ағаһы түгелме? Уның һеңлеләре лә бында, беҙҙең арабыҙҙа түгелме ни? – тиешеп, Уны инҡар иттеләр.
Кем Мине кире ҡаҡмай, шул бәхетле, – тип яуап бирҙе.
Мин быларҙы иманығыҙ ҡаҡшамаһын өсөн һөйләнем.