Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 11:19 - Изге Яҙма

19 Әҙәм Улы килде, һәр береһе кеүек ашай ҙа, эсә лә, ә улар: «Бына ҡарағыҙ, Ул ашамһаҡ, эскесе, һалым йыйыусылар менән гонаһ ҡылыусыларҙың дуҫы!» – ти. Әммә Алла аҡылының хаҡлығы ҡылған эштәренән күренә.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

19 Әҙәм Улы килде, һәр береһе кеүек ашай ҙа, эсә лә, ә улар: «Бына күрегеҙ, ул ашамһаҡ, эскесе, һалым йыйыусыларҙың һәм гонаһ ҡылыусыларҙың дуҫы!» – ти. Әммә Алла зирәклегенең хаҡлығы ҡылған эштәренән күренә.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

19 Әҙәм Улы килде, һәр береһе кеүек ашай ҙа, эсә лә, ә улар: «Бына ҡарағыҙ, Ул ашамһаҡ, эскесе, һалым йыйыусылар менән гонаһ ҡылыусыларҙың дуҫы!» – ти. Әммә Алла аҡылының хаҡлығы ҡылған эштәренән күренә.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 11:19
19 Referencias Cruzadas  

Был хәлде күреп торған барыһы ла: – Был тиклем дә гонаһлы кешегә нисек итеп ҡунаҡҡа бармаҡ кәрәк! – тип һуҡранды.


Шәмбе көнө Ғайса фарисей башлыҡтарының береһенең өйөнә ашҡа барҙы. Ундағыларҙың барыһы ла Ғайсаны диҡҡәт менән күҙәтте.


Был һүҙҙәрҙе ишеткән бөтә халыҡ, хатта һалым йыйыусылар ҙа, Алланың хаҡ икәнен таныны, сөнки улар Яхъя тарафынан һыуға сумдырылғайны.


Зирәктең күҙе аҡылға төбәлгән, ахмаҡтың күҙе ерҙең һәр тарафына йүнәлгән.


Һәр беребеҙ башҡаларҙың рухын нығытыу өсөн, уға яҡшы булһын тип, уның хаҡында ҡайғыртайыҡ.


Ғайса ла Үҙенең шәкерттәре менән шул туйға саҡырылғайны.


Улар: – Амин! Аллабыҙға маҡтау һәм дан, тәрән аҡыл һәм рәхмәт, хөрмәт, ҡөҙрәт һәм ҡеүәт мәңгенән-мәңгегә булһын! Амин, – тинеләр.


Сөнки бирән менән эскесене хәйерселек баҫыр, йоҡосолоҡ иҫке-моҫҡоға кейендерер.


Әгәр һеҙ үҙегеҙҙе яратҡандарҙы ғына яратһағыҙ, ул саҡта Алла һеҙгә ни өсөн әжер бирер? Һалым йыйыусылар ҙа шулай эшләмәйме ни?


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios