Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 11:18 - Изге Яҙма

18 Яхъя килде, икмәк тә ашамай, шарап та эсмәй, кешеләр иһә: «Уға ен эйәләшкән», – тиҙәр.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

18 Яхъя килде, ашамай ҙа, эсмәй ҙә, кешеләр иһә: «Уға ен эйәләшкән», – тиҙәр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

18 Яхъя килде, икмәк тә ашамай, шарап та эсмәй, кешеләр иһә: «Уға ен эйәләшкән», – тиҙәр.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 11:18
17 Referencias Cruzadas  

Ул Раббы алдында бөйөк булыр, шарап һәм иҫерткес эсемлектәр эсмәҫ, әсәһенең ҡарынында ятҡанда уҡ Изге Рух менән һуғарылыр.


Яхъя дөйә йөнөнән кейем кейеп, биленә күн ҡайыш быуып йөрөнө. Сиңерткә һәм солоҡ балы уға ризыҡ булды.


Араларынан күпселек: – Уға ен эйәләшкән, Ул һаташа. Ниңә Уны тыңлайһығыҙ? – тине.


– «Һин – Самария кешеһе, һиңә ен эйәләшкән», тип әйтеүебеҙ дөрөҫ икән, – тине йәһүдтәр.


– Һиңә ен эйәләшкәнме әллә? – тине кешеләр. – Кем Һине үлтерергә теләй?


Шәкерт – остазы кеүек, ә хеҙмәтсе хужаһы кеүек булһа, шул етә. Йорт хужаһын Бәғел-Зевул тип атағандар икән, өйҙәгеләрҙе инде бигерәк тә шулай тип атарҙар.


Ҡоһор көнө етте, Яза көнө килде – Белһен шуны Исраил! Ғәйебеңдең сикһеҙ күплеге, Дошманлығыңдың ҙурлығы арҡаһында, Пәйғәмбәрҙе – ахмаҡ, Рухлы әҙәмде диуана тип һанайһың.


Кәйеф-сафа ҡорғандарҙың араһында ултырманым, Улар менән күңел асманым; Ҡулыңдың аҫтында яңғыҙ ултырҙым, Сөнки мине асыу-ярһыуың менән тултырҙың.


Башҡаларға Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеп тә, үҙем әжеренән ҡоро ҡалмаҫ өсөн, тәнемде сыныҡтырам һәм уны үҙ ихтыярыма буйһондорам.


Ул шулай тип үҙен яҡлағанда, Фестус яман ҡысҡырып: – Һин, Паулус, аҡылдан шашҡанһың! Күп белеүең һине аҡылдан яҙҙыра, – тип уны бүлдерҙе.


Раббы Үҙенең ҡорамына яуаплы булараҡ Йеһоядағ урынына һине ҡаһин итеп ҡуйҙы. Үҙен пәйғәмбәр тип иғлан иткән һәр тилегә ағас бығау һәм тимер муйынса кейҙерергә тейешле күҙәтсе итте.


Йеһу хеҙмәттәштәре янына сыҡты. Араларынан береһе: – Имен-аманмы? Был тиленең һиндә ниндәй йомошо бар? – тип һораны. – Уның кем икәнен, нимәләр һөйләй алғанын һеҙ үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ, – тине Йеһу.


Ләкин фарисейҙар: – Ул ендәрҙе ендәр башлығының көсө менән ҡыуып сығара, – тип һөйләнә башланы.


Йәрүсәлимдән килгән ҡанун белгестәре: – Уның эсендә Бәғел-Зевул бар! Ендәрҙе ендәр башлығының көсө менән ҡыуып сығара, – тинеләр.


– Бына хәҙер һиңә ен эйәләшкәненә бер шигебеҙ ҙә ҡалманы, – тине йәһүдтәр. – Ибраһим да, пәйғәмбәрҙәр ҙә үлде, ә һин: «Кем Минең һүҙемде тота, шул бер ҡасан да үлмәйәсәк», – тиһең.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios