Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 11:14 - Изге Яҙма

14 Әгәр ҡабул итергә теләйһегеҙ икән, белегеҙ: ул – килергә тейеш булған Ильяс.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

14 Ә ҡабул итергә теләһәгеҙ, ул – килергә тейешле Ильяс.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

14 Әгәр ҡабул итергә теләйһегеҙ икән, белегеҙ: ул – килергә тейеш булған Ильяс.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 11:14
12 Referencias Cruzadas  

Бына Мин Раббының бөйөк һәм дәһшәтле көнө килер алдынан һеҙгә Ильяс пәйғәмбәрҙе ебәрермен.


Ильястыҡы кеүек үк рухҡа һәм ҡөҙрәткә эйә булып, Раббының алдынан барыр. Атайҙарҙың йөрәген балаларына табан борор, Аллаға буйһонмаусыларҙы, фекерҙәрен үҙгәрттереп, тәҡүә кешеләрҙең юлына борор һәм, шулай итеп, халыҡты Раббының килеүенә әҙерләр.


Мин тамағығыҙҙы ҡаты аҙыҡ менән түгел, ә һөт менән туйҙырҙым, ҡаты аҙыҡ менән туҡланырлыҡ түгел инегеҙ. Әле лә әҙер түгелһегеҙ,


Һеҙгә әйтәһе һүҙҙәрем бик күп, әммә хәҙер һеҙ уларҙы ҡабул итә алмаҫһығыҙ.


Һине тыңларҙармы, юҡмы, сөнки улар фетнәсел нәҫел, әммә араларында пәйғәмбәр барлығын белеп торһондар.


Унан һуң мин тәхеттәр һәм унда ултырыусыларҙы күрҙем. Уларға хөкөм итергә хоҡуҡ бирелгәйне. Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәндәре һәм Алла һүҙе өсөн баштары киҫелгән, януарға һәм уның һынына табынмаған, маңлайҙарына һәм ҡулдарына уның тамғаһын һалдырмаған кешеләрҙең йәндәрен күрҙем. Улар үленән терелеп торҙолар ҙа мең йыл буйы Мәсих менән бергә батшалыҡ иттеләр.


«Бына, Минең алдан юл әҙерләһен тип, Үҙемдең хәбәрсемде ебәрәм. Һеҙ эҙләгән бөйөк Хаким ҡапылғара Үҙ ҡорамына килер; Һеҙ көҫәгән Килешеү хәбәрсеһе – Бына ул килә лә инде! – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Яхъя килгәнгә тиклем үк бөтә пәйғәмбәрҙәр ҙә, ҡанун да буласаҡ ваҡиғалар тураһында алдан белдерҙе.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios