Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 1:16 - Изге Яҙма

16 Яҡуп Мәрйәмдең ире Йософтоң атаһы ине. Мәрйәмдән Мәсих тип аталған Ғайса тыуҙы.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

16 Яҡуб – Мәрйәмдең ире Йософтоң атаһы ине. Мәрйәмдән Мәсих тип аталған Ғайса тыуҙы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

16 Яҡуп Мәрйәмдең ире Йософтоң атаһы ине. Мәрйәмдән Мәсих тип аталған Ғайса тыуҙы.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 1:16
17 Referencias Cruzadas  

Әлиуд – Әлғазарҙың, Әлғазар – Матҫандың, Матҫан – Яҡуптың,


– Һин – Мәсих, тере Алланың Улы, – тип яуап бирҙе Шимғон Петрус.


Бынан һуң Ул шәкерттәренә Үҙенең Мәсих икәнлеген бер кемгә лә әйтмәҫкә ҡушты.


Аҡыл эйәләре ҡайтып киткәс, Йософтоң төшөнә Раббы фәрештәһе инде. – Тор, Бала менән Уның әсәһен ал да Мысырға ҡас. Мин һиңә хәбәр биргәнгә тиклем шунда булып тор, сөнки Һируд, Баланы эҙләп табып, үлтерергә ниәтләй, – тине ул.


Халыҡ йыйылғас, Пилатос уларҙан: – Кемде азат итеүемде теләйһегеҙ: Бараббастымы, әллә Мәсих тип аталған Ғайсанымы? – тип һораны.


– Ә Мәсих тип аталған Ғайсаны нимә эшләтәйем? – тип һораны Пилатос. – Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип яуап бирҙеләр бер ауыҙҙан.


Ул балта оҫтаһы түгелме һуң? Мәрйәмдең улы, Яҡуптың, Йосестың, Йәһүҙәнең һәм Шимғондоң ағаһы түгелме? Уның һеңлеләре лә бында, беҙҙең арабыҙҙа түгелме ни? – тиешеп, Уны инҡар иттеләр.


Мәрйәм исемле ҡыҙ янына ебәрҙе. Мәрйәм Дауыт нәҫеленән булған Йософ атлы ир менән йәрәшелгәйне.


Атаһы менән әсәһе Уны күреп бик аптыраны. – Улым! – тине әсәһе. – Ни өсөн беҙҙең менән улай иттең? Атайың менән борсолоп, һине эҙләп бөттөк.


Мәрйәм үҙенең баш балаһын – Улын тыуҙырҙы һәм, йүргәккә төрөп, Уны мал утлыҡсаһына һалды, сөнки ҡунаҡ йортонда уларға урын юҡ ине.


Үҙенең хеҙмәтен башлағанда, Ғайсаға утыҙ йәштәр самаһы ине. Кешеләр Уны Йософ улы тип уйланы. Ә Йософ – Ғәли улы,


Барыһы ла Уны маҡтаны һәм Уның мәрхәмәтле һүҙҙәренә таң ҡалып: – Был Йософтоң Улы түгелме һуң? – тиештеләр.


Ҡатын Уға: – Мәсихтең (йәғни мәсехләнгән Заттың) килерен беләм. Ул килгәс, беҙгә бөтәһен дә аңлатып бирер, – тине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios