Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Малахи 4:3 - Изге Яҙма

3 Залим әҙәмдәрҙе тапарһығыҙ. Мин тәғәйен иткән көндә улар һеҙҙең аяҡ аҫтығыҙҙа тупраҡ булыр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

3 Залим әҙәмдәрҙе тапарһығыҙ. Мин тәғәйен иткән көндә улар һеҙҙең аяҡ аҫтығыҙҙа тупраҡ булыр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3 Залим әҙәмдәрҙе тапарһығыҙ. Мин тәғәйен иткән көндә улар һеҙҙең аяҡ аҫтығыҙҙа тупраҡ булыр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –

Ver Capítulo Copiar




Малахи 4:3
22 Referencias Cruzadas  

Ҡойроғо кедр ағасы кеүек, Янбашындағы һеңерҙәре бергә үрелгән.


Именлек Аллаһы тиҙҙән Иблисте аяҡтарығыҙ аҫтында иҙәсәк. Раббыбыҙ Ғайсаның мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын.


– Улар Минеке булыр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – Мин билдәләгән көндө уларҙы Үҙ хазинам итермен, үҙенә ярҙамлашҡан улына ҡарата рәхимле булған ата кеүек, Мин дә уларға рәхимле булырмын.


Бергә улар һуғыштағы ҡаһармандар һымаҡ, Дошмандарын урам балсығында һалып тапар. Раббы улар менән булған өсөн һуғышырҙар, Дошман һыбайлыларын оятҡа ҡалдырырҙар.


Быға ҡарап: «Аллаң Раббы ҡайҙа һинең?» – Тигән дошманым хурланыр, Шунда үҙ күҙем менән күрермен уның Урам батҡағы ише аяҡ аҫтында тапалғанын.


Яҡуп нәҫеленең иҫән ҡалғандары Ҡәүемдәр, бихисап халыҡтар араһында, Урман кейектәре араһындағы арыҫлан, Һарыҡ көтөүе эсендәге йәш арыҫлан булыр: Бер ташланһа – өҙөп, тетеп ташлар, Бер кем уға ҡаршы тора алмаҫ, ярҙам итмәҫ.


Ул ҡала аяҡ аҫтында ҡалыр, Ярлы-фәҡирҙең аяғы, Хәйерсенең табан аҫтында тапалыр».


Ул йөҙөм ҡала эргәһендәге һыҡҡыста тапалды. Һыҡҡыстан аттың йүгәненә тиклем тәрәнлектәге бер мең алты йөҙ стадия оҙонлоҡта ҡан аҡты.


Етенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты һәм күктә: – Донъя өҫтөнән хәҙер Раббыбыҙ һәм Уның Мәсихе батшалыҡ итә башланы. Ул мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк! – тигән көслө тауыштар яңғыраны.


Күк аҫтындағы бөтә батшалыҡтарҙың көс-ҡөҙрәте, хакимлыҡ хоҡуғы һәм бөйөклөк-олпатлығы Юғарыларҙан Юғарының изге халҡына бирелер. Ул батшалыҡ мәңгелек булыр, башҡа хакимдар уға буйһонор һәм баш һалыр».


Һуңынан батшалыҡты Юғарыларҙан Юғарының изгеләре аласаҡ, уларҙың батшалығы мәңгенән-мәңгегә хакимлыҡ итәсәк».


Һин үҙеңдең сикһеҙ гонаһтарың, Сауҙаңдағы күп ғәҙелһеҙлегең менән Изге урындарыңды нәжесләнең. Мин эсеңдән ут сығарҙым – Ул һине яндырып юҡ итте. Барыһының күҙ алдында Һине көлгә әйләндерҙем.


Раббының ҡулы был тау өҫтөндә булыр. Моав иһә тиреҫкә тапалған һалам һымаҡ ҡалыр.


Тәҡүә кеше хөрмә һымаҡ сәскә атыр, Ливандағы кедр ағасылай ҡалҡыр.


Ерҙәге саң-туҙан һымаҡ уларҙы борҡоттом, Урам бысрағы ише иҙгеләп тапаланым.


Һинең менән ҡатын араһына, Һинең тоҡом менән уның тоҡомо араһына Дошманлыҡ һалам Мин. Ҡатындың улы башыңды иҙер, Һин уның үксәһен сағырһың».


Уларҙы иҙә туҡманым, бүтән ҡалҡа алманылар, Табан аҫтында аунап ҡалдылар.


Һин Аллаға шөкөр ҡорбаны бир, Юғарыларҙан Юғарыға әйткән нәҙерҙәреңде үтә.


Диуарҙарым эсендәге ҡаһармандарымды – Һәммәһен дә бөйөк Хаким ситкә типте. Йәш егеттәремде ҡырыр өсөн, Миңә ҡаршы ғәскәр йыйҙы. Бөйөк Хаким ғиффәтле ҡыҙ Йәһүҙәне Йөҙөм иҙгән һымаҡ тапаланы.


Борсаҡ түгер киҫәк-киҫәк, Кем һуң сыҙар Уның һыуығына?


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios