Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 8:42 - Изге Яҙма

42 Яйростың ун ике йәштәр тирәһендәге берҙән-бер ҡыҙы үлем хәлендә ята ине. Яйростың өйөнә тиклем Ғайса төрлө яҡлап ҡыҫырыҡлаған халыҡ уртаһында барҙы.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

42 Яирҙың ун ике йәштәр тирәһендәге берҙән-бер ҡыҙы үлем хәлендә ята икән. Яирҙың өйөнә барған саҡта, Ғайсаны төрлө яҡтан халыҡ ҡыҫырыҡлап алған.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

42 Яйростың ун ике йәштәр тирәһендәге берҙән-бер ҡыҙы үлем хәлендә ята ине. Яйростың өйөнә тиклем Ғайса төрлө яҡлап ҡыҫырыҡлаған халыҡ уртаһында барҙы.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 8:42
15 Referencias Cruzadas  

– Миңә кем ҡағылды? – тип һораны Ғайса. Бөтәһе лә баш тартҡас, Петрус: – Остаз, халыҡ Һине уратып алған һәм төрлө яҡтан ҡыҫырыҡлай, – тине.


Ғайса ҡала ҡапҡаһына яҡынлашҡанда, ҡаланан мәйет күтәреп сығып киләләр ине. Бер тол ҡатындың берҙән-бер улы үлгән икән. Уны ҡаланан бик күп кеше оҙатып бара ине.


Тәүге кеше – Әҙәм гонаһ ҡылғас, донъяға гонаһ килеп инә. Гонаһ менән бергә үлем килә, һәм был үлем бөтә кеше араһында тарала, сөнки бөтәһе лә гонаһ ҡылды.


Ғайса уның менән китте. Уға, һәр яҡтан ҡыҫырыҡлап, күмәк халыҡ эйәрҙе.


Ә һиңә килгәндә, эй әҙәм улы, уларҙың һыйынысын, һөйөнөсөн һәм данын, күҙҙәренең ҡыуанысын, күңелдәренең йыуанысын, улдарын һәм ҡыҙҙарын тартып алған көнөмдә,


– Эй әҙәм улы, бер ауырыу ебәреп, күҙҙәреңдең ҡыуанысын тартып аласаҡмын. Әммә һыҡтама, илама, күҙҙәреңдең йәше түгелмәһен.


Буш мәшәҡәт менән күләгә һымаҡ үтеп киткән ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә кеше өсөн нимә яҡшы икәнен кем белһен? Үҙенән һуң ҡояш аҫтында ниҙәр булырын кешегә кем әйтеп бирә алыр?


Ғүмерҙәре иртәнән кискә тиклем дә бармай, Абайламай ҙа ҡалаһың – юҡҡа сыға.


Раббы былай ти: – Дауыт нәҫеленә һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә мәрхәмәт һәм доға рухын яуҙырырмын. Улар Миңә – үҙҙәре сәнскән затҡа ҡарарҙар ҙа, берҙән-бер балалары үлгәндәге һымаҡ ҡайғырырҙар, баш балаһы өсөн хәсрәтләнгән кеше һымаҡ әсенерҙәр.


Шул саҡ Яйрос исемле ғибәҙәтхана башлығы Ғайса янына килде лә, аяҡтарына йығылып, өйөнә барырға ялынды.


Улар араһында ун ике йыл буйы ҡан китеүҙән яфаланған бер ҡатын бар ине. Бар мөлкәтен табиптарға сарыф итеп бөтөрһә лә, береһе лә уны һауыҡтыра алмағайны.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios