Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 7:47 - Изге Яҙма

47 Һиңә ни өсөн икәнлеген әйтәм: уның күп гонаһтары ғәфү ителде, шуның өсөн Миңә ҡарата уның мөхәббәте ҙур. Аҙ ғәфү ителгән кешенең мөхәббәте лә аҙ.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

47 Һиңә ни өсөн икәнлеген әйтәм: уның күп гонаһтары кисерелде, шуның өсөн Миңә ҡарата уның мөхәббәте ҙур. Аҙ ғәфү ителгән кешенең мөхәббәте лә аҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

47 Һиңә ни өсөн икәнлеген әйтәм: уның күп гонаһтары ғәфү ителде, шуның өсөн Миңә ҡарата уның мөхәббәте ҙур. Аҙ ғәфү ителгән кешенең мөхәббәте лә аҙ.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 7:47
25 Referencias Cruzadas  

Беҙ яратабыҙ, сөнки беренсе булып беҙҙе Алла яратты.


Балаларым, һүҙ һәм тел менән түгел, ғәмәлдәребеҙ менән ихлас яратайыҡ.


«Әйҙә килегеҙ, инде бергәләп уйлашайыҡ, – ти Раббы, – Гонаһтарығыҙ ҡан-ҡыҙыл төҫтә булһа, Ҡар һымаҡ салт аҡ ҡалырҙар. Әгәр улар ҡарағусҡыл ҡыҙыл икән, Ап-аҡ йөн кеүек булырҙар.


Ғайса Мәсихтә сөннәткә ултыртылыуҙың да, сөннәтһеҙ булыуҙың да бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ, мөхәббәт аша эш итеүсе иман ғына әһәмиәткә эйә.


Ҡанун иһә енәйәт артһын өсөн кертелгән, әммә гонаһ күп булған ерҙә Алла мәрхәмәте тағы ла нығыраҡ артҡан.


Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте бөтмәҫ һөйөү менән яратыусыларҙың бөтөнөһөнә лә Алланың мәрхәмәте булһын.


Яман әҙәм ҡыуған юлын, Залим яуыз уйын ташлаһын; Раббыға әйләнеп ҡайтһын – Ул мәрхәмәтен күрһәтер; Беҙҙең Аллабыҙға килһен – Ул ярлыҡауға бик йомарт.


Алланы яратыуыбыҙ – Уның бойороҡтарын үтәүебеҙ ул. Ә Уның бойороҡтары ауыр түгел,


Раббыбыҙ мәрхәмәте миңә Ғайса Мәсихтә булған иман һәм мөхәббәт менән бергә мул бирелде.


Мөхәббәтегеҙ белем, тәрән аң-зиһен менән тулыланып артҡандан-арта барһын, тип доға ҡылам.


Исраилға тәүбә итеү һәм гонаһтарынан ярлыҡаныу мөмкинлеге биреү өсөн, Алла Уны Юлбашсы һәм Ҡотҡарыусы итеп Үҙенең уң яғына күтәрҙе.


Әгәр инде Алла яҡтылыҡта булған кеүек, беҙ ҙә яҡтылыҡта йәшәһәк, тимәк, бер-беребеҙ менән тығыҙ аралашып йәшәйбеҙ һәм Улы Ғайсаның түккән ҡаны беҙҙе һәр төрлө гонаһтарыбыҙҙан таҙарындыра.


Ғайсаны ашҡа саҡырған фарисей быны күреп: «Әгәр Ул пәйғәмбәр булһа, Үҙенә ҡағылған ҡатындың ниндәй икәнлеген белер ине. Ул бит әхлаҡһыҙ ҡатын», – тип уйланы.


Кем атаһын йәки әсәһен Миңә ҡарағанда нығыраҡ ярата, шул Миңә лайыҡ түгел. Кем улын йәки ҡыҙын Миңә ҡарағанда нығыраҡ ярата, шул Миңә лайыҡ түгел.


Бөтә нәмәлә беҙҙең менән Мәсих мөхәббәте идара итә, сөнки бер Кеше бөтәһе өсөн үлгән икән, тимәк, бөтәһе лә үлде, тип ышанғанбыҙ.


Ғәйре беҙгә йәнә миһырбанлы булырһың, Ғәйептәрҙе беҙҙең юйып ташларһың, Гонаһтарҙы диңгеҙ упҡынына ырғытырһың.


Ҡылған ғәмәлдәреңдең бөтәһен дә Мин ғәфү иткәндән һуң, һин быларҙың барыһын да хәтереңдә тоторһоң, оятыңдан ҡыҙарырһың һәм бынан ары хурлығыңдан ауыҙыңды асырға ла баҙнат итмәҫһең», – тип белдерә Раббы Хаким.


Һин Минең башыма хатта ябай май ҙа һөртмәнең, ә ул Минең аяҡтарымды хуш еҫле май менән майланы.


Ә ҡатынға иһә: – Гонаһтарың ғәфү ителде, – тине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios