Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 7:39 - Изге Яҙма

39 Ғайсаны ашҡа саҡырған фарисей быны күреп: «Әгәр Ул пәйғәмбәр булһа, Үҙенә ҡағылған ҡатындың ниндәй икәнлеген белер ине. Ул бит әхлаҡһыҙ ҡатын», – тип уйланы.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

39 Ғайсаны ашҡа саҡырған фарисей быны күреп: «Әгәр ул пәйғәмбәр булһа, үҙенә ҡағылған ҡатындың ниндәй икәнлеген белер ине. Ул бит әхлаҡһыҙ», – тип уйлаған.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

39 Ғайсаны ашҡа саҡырған фарисей быны күреп: «Әгәр Ул пәйғәмбәр булһа, Үҙенә ҡағылған ҡатындың ниндәй икәнлеген белер ине. Ул бит әхлаҡһыҙ ҡатын», – тип уйланы.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 7:39
25 Referencias Cruzadas  

Бөтәһе лә ҡурҡып ҡалды һәм: – Арабыҙҙан бөйөк пәйғәмбәр сыҡты. Алла Үҙ халҡына ярҙамға килде, – тип Алланы данланы.


Фарисейҙар менән ҡанун белгестәре иһә: – Был Кеше гонаһлыларҙы ҡабул итә, хатта улар менән бер табындан ашай, – тип һуҡранды.


яуыз уйҙар – фәхешлек итеү, урлашыу, кеше үлтереү,


Бер-береһенә әйтәләр: „Йыраҡ тор, Миңә яҡынлама, сөнки мин һинән изгерәкмен“. Уларҙың барыһы көнө буйы янып торған ут һымаҡ, Төтөндәре танауымды әсеттерә.


Шулай итеп, элек һуҡыр булған кеше икенсе тапҡыр саҡыртылды. Башлыҡтар уға: – Алла алдында дөрөҫөн әйт! Һин әйткән кешенең гонаһлы икәнен беләбеҙ, – тинеләр.


Халыҡ араһында Уның хаҡта һүҙ күп ине. Берәүҙәр: «Ул – яҡшы Кеше», – тине, икенселәр: «Юҡ, Ул халыҡты юлдан яҙҙыра», – тип ҡаршы төштө.


– Әфәндем! – тине Уға ҡатын. – Күрәм, Һин пәйғәмбәр.


Әммә хөкөмдар дәғүәне оҙаҡ ваҡыт хәл итергә теләмәгән. Аҙаҡ, ниһайәт: «Алланан ҡурҡмаһам да, кешеләрҙән тартынмаһам да,


Идарасы үҙ алдына: «Нимә эшләйем икән? Хужам мине идаралыҡ эшенән ҡыуа, ер ҡаҙырға көсөм юҡ, хәйер һорарға оялам…


Шул ҡалала йәшәгән әхлаҡһыҙ бер ҡатын, Ғайсаның фарисей өйөндә ашап ултырғанын белеп ҡалып, хуш еҫле май һалынған алебастр һауыт тотоп килеп инде.


Ихлас тәүбә итеүегеҙҙе эш менән күрһәтегеҙ! «Беҙҙең атабыҙ бит Ибраһим!» – тип уйлай башламағыҙ. Һеҙгә әйтәм: Алла ошо таштарҙан да Ибраһимға балалар булдыра ала.


сөнки эстән ул үҙ файҙаһын иҫәпләй, «Аша ла эс», – тиер һиңә, тик күңеле менән һинең янда булмаҫ.


Алла бәндәһе Ильясиғиндың хеҙмәтсеһе Гехази: «Хужам был арами Нағамандың бүләктәрен алмайынса, бигерәк еңел ебәрҙе. Тере Раббы шаһит: артынан барып, берәй нәмә һорап ҡалайым әле», – тип уйланы.


Бай эстән генә: «Нимә эшләйем икән? Ашлығымды ҡайҙа һаҡларға?» – тип уйлаған.


– Бына шулай: һуңғылар беренсе булыр, ә беренселәр һуңғы булыр, – тине Ғайса.


– Был – Ғайса, Галилеялағы Назаранан килгән пәйғәмбәр, – тип яуап бирҙе халыҡ.


Ул илай-илай Ғайсаның артында баҫып торҙо, күҙ йәштәре Уның аяҡтарына тамды. Ҡатын Ғайсаның аяҡтарына тамған күҙ йәштәрен сәстәре менән һөртөп, аяҡтарын үбә-үбә майланы.


Ғайса уға: – Шимғон, Минең һиңә әйтергә теләгән бер һүҙем бар, – тине. – Әйт, Остаз, – тине фарисей.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios