Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 6:39 - Изге Яҙма

39 Ғайса Үҙен тыңлаусыларға кинәйәләп һөйләне: – Һуҡыр һуҡырҙы етәкләп бара аламы? Икеһе лә соҡорға ҡолап төшмәҫме?

Ver Capítulo Copiar

Инжил

39 Ғайса Үҙен тыңлаусыларға кинәйәләп һөйләгән: – Һуҡыр һуҡырҙы етәкләп бара аламы? Икеһе лә соҡорға ҡолап төшмәҫме?

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

39 Ғайса Үҙен тыңлаусыларға кинәйәләп һөйләне: – Һуҡыр һуҡырҙы етәкләп бара аламы? Икеһе лә соҡорға ҡолап төшмәҫме?

Ver Capítulo Copiar




Лукас 6:39
14 Referencias Cruzadas  

– Ҡалдырығыҙ шуларҙы! Һуҡырҙарҙы етәкләп йөрөүсе һуҡырҙар улар. Һуҡыр һуҡырҙы етәкләп бара икән, икеһе лә соҡорға ҡолап төшәсәк.


Яуыздар һәм алдаҡсылар иһә, үҙҙәре лә яңылышып, кешеләрҙе лә юлдан яҙҙырып, уҫалланғандан-уҫаллана барыр.


Исраилдың ҡарауылсылары һуҡыр, Барыһы ла белекһеҙ. Улар һәммәһе – өрә белмәгән телһеҙ эт, Яталар ҙа серемгә китәләр, Йоҡларға бик яраталар!


Сөнки әйҙәүселәре был халыҡты аҙаштырыр, Улар артынан эйәреүселәр оятҡа ҡалыр.


Һеҙ – йыландар һәм йылан тоҡомо! Йәһәннәмгә хөкөм ителеүҙән нисек ҡасырға уйлайһығыҙ?


Әшәке ғәмәлдәре өсөн оялалармы? Ҡайҙа оялыу, ҡыҙара ла белмәйҙәр! Шуға күрә ҡолағандар араһына йығылырҙар; Улар язаланған мәлдә Һөрлөгөп барып төшөрҙәр», – ти Раббы.


Әшәке ғәмәлдәре өсөн оялалармы? Ҡайҙа оялыу, ҡыҙара ла белмәйҙәр! Шуға күрә ҡолағандар араһына йығылырҙар; Уларҙы язалаған сағымда Һөрлөгөп барып төшөрҙәр», – ти Раббы.


Һин үҙеңде һуҡырҙарға юл күрһәтеүсе, ҡараңғылыҡтағылар өсөн яҡтылыҡ,


Ғайса уларға кинәйәле ҡиссалар аша күп нәмәләр һөйләне: – Бына бер кеше сәсеүгә сыҡҡан.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios