Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 6:25 - Изге Яҙма

25 Әлеге мәлдә туҡ булғандар, һеҙгә ҡайғы, сөнки асығырһығыҙ. Әлеге мәлдә көлөүселәр, һеҙгә ҡайғы, сөнки хәсрәтләнерһегеҙ һәм иларһығыҙ.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

25 Әлеге мәлдә туҡ булғандар, һеҙгә ҡайғы, сөнки асығырһығыҙ. Әлеге мәлдә көлөүселәр, һеҙгә ҡайғы, сөнки хәсрәтләнерһегеҙ һәм иларһығыҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

25 Әлеге мәлдә туҡ булғандар, һеҙгә ҡайғы, сөнки асығырһығыҙ. Әлеге мәлдә көлөүселәр, һеҙгә ҡайғы, сөнки хәсрәтләнерһегеҙ һәм иларһығыҙ.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 6:25
33 Referencias Cruzadas  

Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Минең ҡолдарым ашар, һеҙ ас ҡалырһығыҙ. Ҡолдарым эсер, һеҙ сарсауҙан ғазап сигерһегеҙ. Улар шатланыр, һеҙ иһә хурлыҡҡа төшөрһөгөҙ.


Көйөнөгөҙ, иңрәшегеҙ, илашығыҙ! Көлөүегеҙ – илауға, ә шатлығығыҙ ҡайғыға әйләнһен.


Көлгәндә лә ҡай сағында йөрәк һыҙлай, шатлыҡтың һуңында ҡайғы бар.


Һин: „Мин – бай, күп байлыҡ тупланым, бер нәмәгә лә мохтажлығым юҡ“, – тиһең. Әммә үҙеңдең ни тиклем бәхетһеҙ, меҫкен, фәҡир, һуҡыр һәм яланғас булыуыңды аңламайһың.


Кешеләр «барыһы ла тыныс һәм имен» тигән саҡта, уларға ҡапыл һәләкәт килер, һәм был хәл йөклө ҡатындың бала тыуҙырыу мәлендәге ғазаптары кеүек үк ҡотолғоһоҙ.


Оятһыҙ хәбәр, ғәйбәт, төртмә һүҙҙәр һөйләгәнсе, Аллаға шөкөр итегеҙ.


Һеҙ Алла Батшалығында Ибраһимды, Исхаҡты, Яҡупты һәм бөтә пәйғәмбәрҙәрҙе күрерһегеҙ, ә үҙегеҙ унан ҡыуылып сығып, иларһығыҙ һәм тештәрегеҙҙе шығырҙатырһығыҙ.


Әммә Алла уға: «Аҡылһыҙ! Ошо төндә йәнеңде кире аласаҡтар, йыйған байлығың кемгә ҡалыр һуң?» – тигән.


Ҡыҙҙың үлгәнлеген белгәс, барыһы ла Ғайсанан көлә башланы.


Бер-береһенә сырмалған сәнскәк һымаҡ, Лаяҡыл иҫерек эскеселәр кеүек улар, Ҡыу һаламдай, гөлтләп янып бөтәсәктәр.


Байрамдарығыҙҙы ҡайғыға, Йырҙарығыҙҙы илау-һыҡтауға әүерелдерәм. Өҫтөгөҙгә ҡыл туҡыма урандырам, Сәсегеҙҙе ҡырҙырып ташлайым, Яңғыҙ улына йәш түккән һымаҡ, һыҡтау торор, Ахыры сикһеҙ әсенеш булыр».


Ҡаһиндар менән пәйғәмбәрҙәр ҙә Иҫерешеп тәнтерәкләп йөрөп ята. Уларҙы шарап еңгән, хәмер аҡылдарын алған. Улар күргән күренмештәр ялған, Хөкөмдә сығарған ҡарарҙары яңылыш.


Уңын киҫерҙәр ҙә ас ҡалырҙар, Һулын ашарҙар – туймаҫтар; Һәр кем үҙ яҡынын ашар.


Улар ас һәм сараһыҙ килеш ил буйлап йөрөр, аслыҡтан батшаларын һәм аллаларын ҡарғар. Юғарыға ҡарарҙар,


Ахмаҡтың көлөүе хас та Ҡаҙан аҫтында янған сыбыҡтың сытырлауы. Был да – фани.


Хәсрәт көлөүҙән яҡшыраҡ, Сөнки йөҙ моңһоулығы күңелде йомшарта.


Көлкө хаҡында: «Ахмаҡлыҡ!», ә кәйеф-сафаны: «Ниндәй файҙаһы бар?» – тинем.


Юҡһа туйып һикереп Һинән баш тартырмын, «Раббы кем ул?» – тип әйтермен, йә, хәйерсе хәленә төшөп, урлашырмын, Аллам исеменә тап төшөрөрмөн.


Ауыҙың тулы яманлыҡ, Телеңдән туҡтауһыҙ түгелә алдаҡ.


Туҡ булғандар бер һыныҡ икмәк өсөн бил бөгөр, Ас булғаны һый-хөрмәттә йәшәр. Түлһеҙ ҡатын ете бала табыр, Күп балалы япа-яңғыҙ һулыр.


Байҙар, һеҙгә ҡайғы, сөнки етерлек йыуандығыҙ.


Бар кешеләр ҙә һеҙҙе маҡтай икән, һеҙгә ҡайғы! Ул кешеләрҙең ата-бабалары ла ялған пәйғәмбәрҙәрҙе шулай маҡтаған!


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios