Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 6:14 - Изге Яҙма

14 Улар – Ғайса Петрус тип атаған Шимғон, уның ҡустыһы Әндриас, Яҡуп һәм Яхъя, Филиппус һәм Барҫоломай,

Ver Capítulo Copiar

Инжил

14 Улар – Ғайса тарафынан Петр тип аталған Симон, уның ҡустыһы Андрей, Яҡуб һәм Яхъя, Филипп һәм Варфоломей,

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

14 Улар – Ғайса Петрус тип атаған Шимғон, уның ҡустыһы Әндриас, Яҡуп һәм Яхъя, Филиппус һәм Барҫоломай,

Ver Capítulo Copiar




Лукас 6:14
23 Referencias Cruzadas  

Ҡайтып еткәс, өҫкө ҡаттағы бүлмәгә күтәрелделәр. Петрус, Яхъя, Яҡуп, Әндриас, Филиппус, Томас, Барҫоломай, Маҫҫайос, Алфай улы Яҡуп, Көрәшсе Шимғон һәм Яҡуп улы Йәһүҙә бында туҡталды.


Арыраҡ киткәс, Ғайса тағын ағалы-ҡустылы икәүҙе – Зәбәҙәйос улдары Яҡуп менән Яхъяны күрҙе. Улар аталары Зәбәҙәйос менән бергә кәмәлә ауҙарын ямайҙар ине. Ғайса уларҙы Үҙенә эйәрергә саҡырҙы.


Галилея күле буйлап китеп барғанда Ғайса ау һалып йөрөгән ағалы-ҡустылы ике балыҡсыны – Петрус тип аталған Шимғон менән Әндриасты күрҙе.


Ғайса Мәсихтең ҡоло һәм илсеһе Шимғон Петрустан – Аллабыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтең хаҡлығы аша беҙҙең кеүек шул уҡ ҡиммәтле иманды ҡабул иткәндәргә:


Яхъяның ағаһы Яҡупты ҡылыс менән сабып үлтертте.


– Хакимым! Беҙгә Атаны күрһәтһәң, беҙ ҡәнәғәт булырбыҙ, – тине Филиппус.


Шәкерттәрҙең береһе, Шимғон Петрустың ҡустыһы Әндриас:


Ғайса күтәрелеп ҡараны ла, Үҙенә табан ҙур халыҡ төркөмө килгәнен күреп, Филиппусҡа: – Уларҙы ашатыр өсөн ҡайҙан икмәк һатып алырбыҙ икән? – тине.


Филиппус Наҫанаилды эҙләп табып: – Беҙ Муса ҡанунда яҙып ҡалдырған һәм пәйғәмбәрҙәр әйткән Затты таптыҡ! Ул Назаранан, Йософ улы Ғайса, – тине.


Шулай уҡ Шимғондың иптәштәре – Зәбәҙәйостың улдары Яҡуп менән Яхъяның да ҡото алынды. Ғайса Шимғонға: – Ҡурҡма, ошо ваҡыттан башлап кешеләр ауларһың, – тине.


Шимғон Петрус был хәлде күреп: – Хакимым, кит минең янымдан! Мин гонаһлы, – тип Ғайсаның тубығына йығылды.


Ул Үҙе менән Петрусты, Яҡупты һәм Яхъяны алды. Уны дәһшәт һәм хәүеф солғап алды.


Алты көндән һуң Ғайса, Петрусты, Яҡупты һәм Яхъяны алып, бейек тауға менде. Улар унда үҙҙәре генә ине. Ғайсаның ҡиәфәте шәкерттәренең күҙ алдында үҙгәрҙе:


Ғайса Петрустан, Яҡуптан һәм Яҡуптың ҡустыһы Яхъянан башҡа бер кемгә лә Үҙе менән бергә барырға рөхсәт итмәне.


Ғибәҙәтхананан Ғайса, Яҡуп һәм Яхъя тура Шимғон менән Әндриастың өйөнә киттеләр.


Ғайса, бер аҙ барғас, Зәбәҙәйостың улдары Яҡуп менән уның ҡустыһы Яхъяны күрҙе – улар кәмәлә ауҙарын ямай ине.


Филиппус һәм Барҫоломай, Томас һәм һалым йыйыусы Маҫҫайос, Алфай улы Яҡуп, Таддай,


Бына ул ун ике илсенең исеме: беренсеһе – Петрус тип тә аталған Шимғон һәм уның ҡустыһы Әндриас, Зәбәҙәйос улы Яҡуп һәм уның ҡустыһы Яхъя,


Бына Ғайса тәғәйенләгән ун ике шәкерт: Ғайса Петрус тип атаған Шимғон,


Иртәгеһен шәкерттәрен Үҙе янына саҡырҙы, араларынан ун икеһен һайлап алып, уларҙы илселәр тип атаны.


Маҫҫайос һәм Томас, Алфай улы Яҡуп һәм Көрәшсе ҡушаматлы Шимғон


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios