Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 5:12 - Изге Яҙма

12 Ғайса бер ҡалала булған саҡта, Уның эргәһенә тотош тәнен махау баҫҡан бер кеше килде. Ғайсаны күргәс, алдына йығылып: – Әфәндем! Әгәр теләһәң, мине таҙарта алаһың бит, – тип ялбарҙы.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

12 Ғайса бер ҡалала булған саҡта, Уның эргәһенә тотош тәнен махау баҫҡан бер кеше килгән. Ғайсаны күргәс, йөҙтүбән ятып: – Әфәндем! Әгәр теләһәң, мине таҙарта алыр инең, – тип үтенгән.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

12 Ғайса бер ҡалала булған саҡта, Уның эргәһенә тотош тәнен махау баҫҡан бер кеше килде. Ғайсаны күргәс, алдына йығылып: – Әфәндем! Әгәр теләһәң, мине таҙарта алаһың бит, – тип ялбарҙы.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 5:12
27 Referencias Cruzadas  

Шунан мин боҙоҡтарға юлыңды өйрәтермен, Гонаһлылар Һиңә кире ҡайтыр.


Ғайсаның аяғына йығылып, Уға рәхмәт әйтте. Был Самария кешеһе ине.


Ғайса өйгә ингәс, һуҡырҙар Уның янына килде. – Һеҙҙе һауыҡтыра аласағыма ышанаһығыҙмы? – тип һораны Ғайса. – Эйе, Әфәндем! – тип яуап бирҙе тегеләр.


Шуға күрә, Ул Үҙе аша Аллаға килеүселәрҙе тулыһынса ҡотҡара ала, сөнки улар тураһында ялбарыу өсөн мәңге йәшәй.


Улар өлкәнәйгәс тә емешле, Һутлы һәм йәм-йәшел ҡаласаҡтар.


Ғайса Бейт-Әниәлә махаулы Шимғондың өйөндә ине.


Шунан Раббы: – Ҡулыңды ҡуйыныңа тыҡ, – тине. Муса ҡулын ҡуйынына тыҡты. Кире сығарғайны, ҡулы махау ауырыуынан ҡар һымаҡ ап-аҡ булған.


Раббының ҡөҙрәтенән килмәҫ эш бармы? Мин әйтелгән ваҡытта, икенсе йыл ошо мәлдә килгәндә, Сараның улы буласаҡ.


Дауыт, башын күтәреп ҡараһа, ер менән күк араһында Йәрүсәлим өҫтөнә ҡылысын һуҙған Раббы фәрештәһен күреп ҡала. Ҡыл кейемгә кейенгән Дауыт һәм аҡһаҡалдар йөҙҙәре менән ергә ҡаплана.


Арам батшаһының Нағаман тигән ғәскәр башлығы бар ине. Хакимы уны ифрат ныҡ хөрмәт итә һәм ололай торғайны, сөнки Раббы уларға Нағаман аша еңеү биргәйне. Нағаман бик ҡаһарман яугир ине, тик махау ауырыуынан йонсоно.


Ошоларҙың барыһын да күреп торған халыҡ: – Раббы – Алла, Раббы ысын Алла! – тип йөҙтүбән ергә ҡапланды.


– Һеҙҙеке лә, дошман да түгел, – тип яуапланы теге кеше. – Мин – Раббы ғәскәренең башлығымын. Бына, килдем. Йушағ уның алдына йөҙтүбән ҡапланып: – Хакимым мин ҡолона нимә әйтер? – тип һораны.


Йоғошло тире ауырыуына юлыҡһаң, Леви ырыуынан булған ҡаһиндарҙың өйрәткәнен еренә еткереп үтә. Мин уларға нисек бойорһам, нәҡ шулай эшлә.


Раббы тарафынан ут сығып, усаҡтағы тотош яндырыу ҡорбанын һәм майын ялмап алды. Быны күргән барса халыҡ ҡыуаныстан ҡысҡырып ебәрҙе һәм йөҙтүбән ергә ҡапланды.


– Минең бәләкәс ҡыҙым үлем хәлендә ята. Килеп, уға ҡулдарыңды ғына ҡуйһаң, ул һауығыр ҙа иҫән ҡалыр ине! – тип ялбарҙы.


Был мәлдә ҡала ҡапҡаһы эргәһендә махау ауырыулы дүрт кеше ултыра ине. Улар бер-береһенә: – Нимә тип беҙ бында үлем көтөп ултырабыҙ?


Шуға күрә Нағамандың махау сире мәңгелеккә һиңә һәм тоҡомоңа күсһен. Гехази пәйғәмбәр янынан ҡарҙай ағарып махау ауырыулы булып сыҡты.


Әгәр ҙә сей яра уңалып, тиреһе ағарһа, был кеше ҡаһинға тағы күренһен.


Ғайса ҡулын һуҙып уға ҡағылды: – Эйе, теләйем, таҙарын! Был кешенең махауы шунда уҡ юҡҡа сыҡты.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios