Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 4:22 - Изге Яҙма

22 Барыһы ла Уны маҡтаны һәм Уның мәрхәмәтле һүҙҙәренә таң ҡалып: – Был Йософтоң Улы түгелме һуң? – тиештеләр.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

22 Барыһы ла Уны маҡтаған һәм мәрхәмәт тулы һүҙҙәренә таң ҡалып: – Был Йософтоң Улы түгелме һуң? – тиешкәндәр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

22 Барыһы ла Уны маҡтаны һәм Уның мәрхәмәтле һүҙҙәренә таң ҡалып: – Был Йософтоң Улы түгелме һуң? – тиештеләр.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 4:22
20 Referencias Cruzadas  

– Был Йософ улы Ғайса түгелме һуң? Беҙ Уның атаһын да, әсәһен дә беләбеҙ, шулай булғас, нисек Ул: «Мин күктән төштөм», – тип әйтә ала? – тиештеләр.


Алла – беҙҙең һыйыныр ышығыбыҙ һәм ҡеүәтебеҙ, Бәләгә ҡалғанда ярҙамсыбыҙ.


Күңеле зирәк кешене һиҙгер тиерҙәр, һүҙе яғымлы кеше ғилемен арттырыр.


телмәрең дөрөҫ һәм кире ҡаҡмаҫлыҡ булһын. Шулай ҡаршы килеүселәр бер ниндәй ҙә насар һүҙ әйтерлек урын тапмайынса оятҡа ҡалыр.


әммә уның һүҙҙәрендәге аҡылға һәм Изге Рухҡа ҡаршы тора алманы.


– Ул Кеше кеүек берәүҙең дә һөйләгәне юҡ, – тип яуап бирҙе һаҡсылар.


Мин Үҙем һеҙгә тейешле һүҙҙәр һәм зирәк аҡыл бирермен, дошмандарығыҙ уларға ҡаршы бер ни әйтә лә, ҡаршы тора ла алмаҫ.


Хәлдән тайғанға һүҙем менән таяныс булһын тип, Раббы Хаким миңә аҡыл эйәләренең телен бирҙе. Мин уҡыусы һымаҡ тыңлаһын тип, Һәр иртә һайын ҡолағымды уята.


Ирендәре татлы, Үҙе иһә һәр йәһәттән килгән. Бына шундай ул минең һөйгәнем, Бына ниндәй минең дуҫым, Эй Йәрүсәлим ҡыҙҙары!


Урыны-еренә әйтелгән һүҙҙәр – көмөш һауыттағы алтын алма.


Тәҡүәнең теле ләззәт килтерер, яуыздың ауыҙынан яманлыҡ сығыр.


Һыуҙары шаулап ташҡанда ла, Тулҡынынан тауҙар тетрәһә лә. Села


Ғайсаны ишеткәндәрҙең бөтәһе лә Уның аҡыллы яуаптарына хайран ҡалды.


Аҡыллының ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙә – бәрәкәт. Ахмаҡ теле менән үҙен һәләкәткә этәрә.


Атаһы менән әсәһе Уны күреп бик аптыраны. – Улым! – тине әсәһе. – Ни өсөн беҙҙең менән улай иттең? Атайың менән борсолоп, һине эҙләп бөттөк.


– Бөгөн, һеҙ быларҙы тыңлаған саҡта, Яҙмалағы ошо һүҙҙәр тормошҡа ашты, – тип һөйләй башланы уларға Ғайса.


Филиппус Наҫанаилды эҙләп табып: – Беҙ Муса ҡанунда яҙып ҡалдырған һәм пәйғәмбәрҙәр әйткән Затты таптыҡ! Ул Назаранан, Йософ улы Ғайса, – тине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios