Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 24:6 - Изге Яҙма

6 Ул бында юҡ; Ул терелде. Галилеяла саҡта Уның әйткән һүҙҙәрен иҫегеҙгә төшөрөгөҙ:

Ver Capítulo Copiar

Инжил

6 Ул бында юҡ; Ул терелде. Галилеяла саҡта Уның үҙегеҙгә әйткән һүҙҙәрен иҫегеҙгә төшөрөгөҙ:

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

6 Ул бында юҡ; Ул терелде. Галилеяла саҡта Уның әйткән һүҙҙәрен иҫегеҙгә төшөрөгөҙ:

Ver Capítulo Copiar




Лукас 24:6
19 Referencias Cruzadas  

– Әҙәм Улы күп ғазаптар кисерәсәк, аҡһаҡалдар, баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре тарафынан кире ҡағыласаҡ һәм үлтереләсәк, әммә өсөнсө көндә Ул терелеп торасаҡ, – тине.


Ғайса шәкерттәренә Әҙәм Улының күп ғазаптар кисерәсәге, аҡһаҡалдар, баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре тарафынан кире ҡағыласағы һәм үлтереләсәге, ә өс көндән һуң тереләсәге тураһында аңлата башланы.


Әммә Ул бында юҡ. Үҙе әйткәненсә, Ул терелде. Килегеҙ, Уның ятҡан урынын ҡарағыҙ.


– Ошо һүҙҙәрҙе хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ: Әҙәм Улы кешеләр ҡулына тотоп биреләсәк, – тине.


– Әфәндебеҙ, теге ялғансының иҫән сағында: «Мин өс көндән һуң терелеп торасаҡмын», – тип әйткәне иҫебеҙгә төштө, – тинеләр.


Шул ваҡыттан алып Ғайса шәкерттәренә Үҙенең Йәрүсәлимгә барасағы, унда аҡһаҡалдар, баш ҡаһиндар менән ҡанун белгестәре тарафынан күп ғазаптарға дусар ителәсәге һәм үлтереләсәге, әммә өсөнсө көндә терелеп торасағы тураһында һөйләй башланы.


Сөнки, Юныс ҙур бер балыҡтың ҡарынында өс көн һәм өс төн үткәргән кеүек, Әҙәм Улы ла ер ҡуйынында өс көн һәм өс төн үткәрер.


– Ҡурҡмағыҙ! – тине егет уларға. – Һеҙ арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған назаралы Ғайсаны эҙләйһегеҙ. Ул терелде, Ул бында юҡ. Бына Ул ятҡан урын.


Ҡатындар ҡурҡыштарынан күтәрелеп ҡарарға ла баҙнат итмәне. Ә теге ирҙәр: – Һеҙ ни эшләп Терене үлеләр араһынан эҙләйһегеҙ?


Барыһы ла: – Раббы Ғайса, ысынлап та, терелгән һәм Шимғонға күренгән, – тиҙәр ине.


Әммә Алла, үлем бығауҙарын өҙөп, Уны терелтте, сөнки үлем Ғайса алдында көсһөҙ ине.


Мин һеҙҙең янығыҙҙа булғанда, шул турала һөйләгәнде хәтерләмәйһегеҙме ни?


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios