Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 24:50 - Изге Яҙма

50 Ғайса, шәкерттәрен ҡаланан ситкә алып сығып, Бейт-Әниә тирәһенә тиклем улар менән бергә барҙы. Шунда Ул, ҡулдарын күтәреп, уларға фатихаһын бирҙе.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

50 Ғайса, шәкерттәрен ҡаланан ситкә алып сығып, Вифания тирәһенә тиклем улар менән бергә барған. Шунда Ул ҡулдарын күтәреп уларға фатихаһын биргән.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

50 Ғайса, шәкерттәрен ҡаланан ситкә алып сығып, Бейт-Әниә тирәһенә тиклем улар менән бергә барҙы. Шунда Ул, ҡулдарын күтәреп, уларға фатихаһын бирҙе.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 24:50
15 Referencias Cruzadas  

Шунан аҙаҡ илселәр Йәрүсәлимдән бер саҡрым самаһы юлда ятҡан Зәйтүн тауы тип аталған тауҙан Йәрүсәлимгә ҡайтты.


Ғайса, уларҙы ҡалдырып, ҡаланан Бейт-Әниәгә китте һәм шунда ҡунды.


Исраил нәҫеленең ун ике ырыуы бына шулар. Аталары уларҙы мөбәрәк ҡылып ошо һүҙҙәрҙе әйтте һәм һәр береһенә уға тейешле фатихаһын бирҙе.


Йәрүсәлимгә яҡынлашып, Зәйтүн тауына, Бейт-Фаге һәм Бейт-Әниә ауылдарына етеп килгәндә, Ғайса ике шәкертен алдан ебәрҙе.


Ул балаларҙы ҡосаҡланы ла, ҡулдарын ҡуйып, фатихаһын бирҙе.


– Былар минең улдарым, – тине Йософ, – уларҙы Алла миңә ошонда бирҙе. – Килтер уларҙы минең яныма, – тине Исраил, – фатихамды бирәйем.


Шуны тәмле итеп мин яратҡанса бешер ҙә һыйла мине, шунан һиңә фатихамды бирермен.


Һарун, гонаһ ҡорбанын, тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандарын тәҡдим иткәндән һуң, ҡулдарын күтәреп халыҡҡа фатиха бирҙе һәм ҡорбан усағынан төштө.


Йушағ уларға фатиха бирҙе лә өйҙәренә оҙатты, һәм улар ҡайтып китте.


Фатиха биргәндә, алыҫая барып, күккә алынды.


Ошо һүҙҙәрҙе әйткәс, Ғайса илселәрҙең күҙ алдында күккә олғашты, болот Уны уларҙың ҡарашынан йәшерҙе.


Инде ирҙәрҙең ярһымайынса һәм бәхәсләшмәйенсә, саф намыҫ менән ҡулдарын күтәреп доға ҡылыуҙарын теләйем.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios