Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 23:4 - Изге Яҙма

4 Пилатос баш ҡаһиндарға һәм халыҡҡа: – Мин был кешене ғәйепләрлек бер сәбәп тә күрмәйем, – тине.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

4 Пилат баш руханиҙарға һәм халыҡҡа: – Мин был кешене ғәйепләрлек бер сәбәп тә күрмәйем, – тигән.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

4 Пилатос баш ҡаһиндарға һәм халыҡҡа: – Мин был кешене ғәйепләрлек бер сәбәп тә күрмәйем, – тине.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 23:4
13 Referencias Cruzadas  

– Нимә ул – хәҡиҡәт? – тип һораны Пилатос һәм, ошо һүҙҙе әйткәс, яңынан йәһүдтәр алдына сыҡты. Уларға: – Мин был кешелә бер ниндәй ҙә ғәйеп күрмәйем.


Изге Яҙмала яҙылғанса: «Ул гонаһ ҡылманы, ауыҙынан ялған сыҡҡаны булманы».


Пилатос өсөнсө тапҡыр: – Ул ниндәй яуызлыҡ эшләгән һуң? Үлем язаһына тарттырырлыҡ бер ғәйебе лә юҡ бит. Шулай булғас, Уны сыбыртҡылайым да иреккә ебәрәм, – тине.


– Ул ниндәй яуызлыҡ эшләгән һуң? – тип һораны Пилатос. Әммә улар тағы ла нығыраҡ ҡысҡырышты: – Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат!


Мәсих тә бит, беҙҙе Алла янына алып барыу өсөн, ғәҙелһеҙ кешеләр урынына ғәҙел Кеше булараҡ, гонаһтарыбыҙ өсөн бер тапҡыр һәм мәңгегә ғазап сикте. Шулай итеп, Уның тәне үлтерелде, әммә Рух ярҙамында Ул терелтелде.


Беҙгә тап шундай Баш Ҡаһин кәрәк тә инде: изге, ғәйепһеҙ, саф, гонаһлыларҙан айырылған һәм күктән юғары күтәрелгән.


Ул хөкөм итеү урынында ултырған саҡта, ҡатыны уға: «Был Кешегә ҡаршы бер ни ҙә эшләмә! Ул ғәйепһеҙ. Бөгөн төшөмдә Уның арҡаһында бик ғазапландым», – тип хәбәр иттерҙе.


Ибраһимдың, Исхаҡтың һәм Яҡуптың Аллаһы, беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Үҙенең Хеҙмәтсеһе Ғайсаның данын шулай күтәрҙе, ә һеҙ Уны тотоп бирҙегеҙ. Пилатос Уны азат итергә ҡарар иткәндә, һеҙ Пилатос алдында Унан баш тарттығыҙ.


Мин уның үлемгә хөкөм итерлек бер ғәйебен дә күрмәйем, әммә, ул үҙе ғали йәнәптәренең хөкөм итеүен һорағанлыҡтан, уны ҡайсарға ебәрергә булдым.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios