24 Пилатос уларҙың талабын үтәргә ҡарар итте.
24 Пилат, улар теләгәнсә булһын, тип хәл иткән.
Нахаҡ эштә күпселеккә эйәрмә; хөкөм барышында шаһитлыҡ биргәндә, күпселеккә эйәреп, ғәҙелһеҙлек ҡылма.
Шунан һуң Пилатос Бараббасты азат итте. Ә Ғайсаны, ҡамсылатҡандан һуң, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыр өсөн тапшырҙы.
Яманды яҡлау, ғәйепһеҙгә ғәйеп ташлау – икеһе лә Раббы күҙендә әшәкелек.
Пилатос, халыҡҡа ярарға тырышып, Бараббасты азат итте, ә Ғайсаны, ҡамсылатҡандан һуң, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыр өсөн тапшырҙы.
Шунан һуң Пилатос Ғайсаны ҡамсы менән һуҡтырырға ҡушты.
Әммә тегеләре ныҡышып, көслөрәк тауыш менән Ғайсаның арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланыуын талап итте һәм уларҙың тауышы өҫтөнлөк алды.
Фетнәлә ҡатнашҡаны һәм кеше үлтергәне өсөн төрмәгә ултыртылған Бараббасты халыҡ һорауы буйынса азат итте, ә Ғайсаны уларҙың ихтыярына тапшырҙы.