Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 22:69 - Изге Яҙма

69 Ошо мәлдән башлап Әҙәм Улы Ҡөҙрәтле Алланың уң яғында ултырыр, – тине.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

69 Ошо мәлдән башлап Әҙәм Улы Ҡөҙрәтле Алланың уң яғында ултырыр, – тигән.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

69 Ошо мәлдән башлап Әҙәм Улы Ҡөҙрәтле Алланың уң яғында ултырыр, – тине.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 22:69
19 Referencias Cruzadas  

Уның Улы – Алла шөһрәтенең балҡышы һәм Уның асылының теүәл сағылышы. Ул бөтә нәмәне Үҙенең ҡөҙрәтле һүҙе менән тотоп тора. Кешеләрҙе гонаһтарынан таҙарындырғас, юғарыла Мөһабәт Алланың уң яғына ултырҙы.


Шулай тигәндән һуң, Раббы Ғайса күккә алынып, Алланың уң яғына ултырҙы.


Раббыны данлағыҙ! Намыҫлыларҙың кәңәшмәһендә, Йәмғиәт йыйында Һиңә Ихлас күңелдән рәхмәт уҡырмын, Раббым.


– Эйе, Мин, – тине Ғайса. – Һеҙ Әҙәм Улының ҡөҙрәт Эйәһенең уң яғында ултырғанын һәм күктәге болоттар араһында килгәнен күрерһегеҙ!


Ғайса уға: – Быны һин үҙең әйттең, – тип яуап бирҙе. – Ә Мин һеҙгә шуны әйтәм: ошо мәлдән башлап Әҙәм Улының ҡөҙрәт Эйәһенең уң яғында ултырғанын һәм күктәге болоттар өҫтөндә килгәнен күрерһегеҙ!


«Раббы минең Хакимыма: „Мин дошмандарыңды аяҡтарың аҫтына һалғанға тиклем, уң яғымда ултыр“, – тигән».


Шунан һуң фәрештә миңә Алланың һәм Бәрәстең тәхетенән ағып сыҡҡан, гәлсәр һымаҡ ялтырап торған тере һыу йылғаһын күрһәтте.


Мин еңеп Атам менән бергә Уның тәхетенә ултырған кеүек, еңгән кешегә Мин дә Үҙемдең янымда тәхеттән урын бирермен.


Ул, күккә ашып, Алланың уң яғына ултырған, һәм Уға барлыҡ фәрештәләр ҙә, күктәге хакимлыҡтар ҙа, көстәр ҙә буйһонған.


Иманда беренсе булып барған һәм уны камиллыҡҡа еткергән Ғайсанан күҙ яҙлыҡтырмайыҡ. Ул, хурлығына иғтибар итмәйенсә, киләсәктә юлында көткән шатлыҡ хаҡына арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды һәм Алла тәхетенең уң яғына ултырҙы.


Һеҙгә һөйләгәндәребеҙҙә иң мөһиме шул: күктәрҙә Мөһабәт Алланың тәхетенең уң яғына ултырған Баш Ҡаһиныбыҙ бар.


Тимәк, һеҙ Мәсих менән бергә терелтелгәнһегеҙ икән, күктәге нәмәләргә ынтылығыҙ, унда Мәсих Алланың уң яғында ултыра.


Уларҙы кем хөкөм итә алыр? Ғайса Мәсих улар хаҡына үлде, ул ғына ла түгел, үленән терелтелде. Ул Алланың уң яғына ултырҙы һәм беҙҙең өсөн Аллаға ялбара.


Ә инде һеҙҙән һораһам, Миңә яуап бирмәйәсәкһегеҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios