Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 22:66 - Изге Яҙма

66 Таң менән халыҡ аҡһаҡалдары, баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре Юғары кәңәшмәгә йыйылдылар. Ғайсаны улар алдына баҫтырҙылар.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

66 Таң менән халыҡ аҡһаҡалдары, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре Юғары кәңәшмә йыйылышына килгән һәм Ғайсаны йыйылыш алдына баҫтырып:

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

66 Таң менән халыҡ аҡһаҡалдары, баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре Юғары кәңәшмәгә йыйылдылар. Ғайсаны улар алдына баҫтырҙылар.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 22:66
7 Referencias Cruzadas  

Иртән үк баш ҡаһиндар менән аҡһаҡалдар, ҡанун белгестәре һәм бөтә Юғары кәңәшмә бергә йыйылышып кәңәш ҡорҙолар ҙа, Ғайсаны бәйләп, Пилатосҡа алып барып тапшырҙылар.


Иртән иртүк бөтә баш ҡаһиндар һәм халыҡ аҡһаҡалдары кәңәшкә йыйылып, Ғайса үлтерелергә тейеш, тигән ҡарар сығарҙы.


Һүҙҙәремде баш ҡаһин һәм аҡһаҡалдар кәңәшмәһе раҫлай ала. Дамаскта йәшәгән йәһүд туғандарға мин уларҙан хат алдым һәм, шул юлдан барыусыларҙы ҡулға алып, язаға тарттырыр өсөн Йәрүсәлимгә алып килергә тип, Дамаскка йүнәлгәйнем.


Ә Мин һеҙгә әйтәм: туғанына асыу тотҡан кешене лә хөкөм көтә. Туғанына «мәғәнәһеҙ» тип әйтеүсе Юғары кәңәшмә алдында яуап тоторға, ә «ахмаҡ» тиеүсе йәһәннәм утына тарттырылырға тейеш.


Ғайсаны Ҡаяфас янынан өлкә башлығының һарайына алып килделәр. Был иртә менән булды. Йәһүдтәр һарайға инмәне, сөнки инһәләр, таҙарыныуҙары боҙолоп, Ҡотҡарылыу байрамында ҡатнаша алмаҫтар ине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios