63 Ғайсаны һаҡлап тороусылар уны мыҫҡыл итте, туҡманы.
63 Ғайсаны һаҡлап тороусылар уны мыҫҡыл иткән һәм туҡмаған.
Ғайса шулай тигәс, Уға яҡын торған һаҡсыларҙың береһе Уның яңағына килтереп һуҡты: – Иң баш ҡаһинға Һин шулай яуап бирәһеңме?
Мыҫҡыл ителгән ваҡытта Ул мыҫҡыл менән яуап ҡайтарманы, ғазап сиккәндә янаманы, ә Үҙен ғәҙел Хөкөм итеүсегә тапшырҙы.
Иманда беренсе булып барған һәм уны камиллыҡҡа еткергән Ғайсанан күҙ яҙлыҡтырмайыҡ. Ул, хурлығына иғтибар итмәйенсә, киләсәктә юлында көткән шатлыҡ хаҡына арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды һәм Алла тәхетенең уң яғына ултырҙы.
Эй ғәскәрле ҡала, инде яугирҙәреңде йый! Беҙҙе ҡамауға алдылар, Исраил хакимының битенә таяҡ менән тондоралар.
Кешеләр тарафынан хурланды, ситкә тибелде; Сир-ғазаптарҙы үҙе татып белде. Һәммәһе унан йөҙ сөйөрҙө, ситкә боролдо, Түбәнһеттек, әҙәмгә лә һанаманыҡ.
Күптәр, уны күреп, шаҡ ҡатҡан ине, Ҡиәфәте, сырайы шундай боҙолған, Кешегә һис оҡшашлығы ҡалмағайны.
Кешеләр тарафынан хурланған, Ҡәүемдәрҙән ситкә тибәрелгән, Хакимдарҙың ҡоло булған затҡа Исраилдың Ҡотҡарыусыһы, Изге Аллаһы Раббы былай ти: «Тоғро Раббы хаҡына, Һине һайлап алған Исраилдың Изгеһе хаҡына батшалар Һине күреп аяғүрә баҫыр, Түрәләр алдыңда йөҙтүбән ергә ҡапланыр».
Ул, урамға сығып, әрнеп-әрнеп иланы.
Иң баш ҡаһин Ғайсанан шәкерттәре һәм нимәләргә өйрәтеүе тураһында һорашты.