Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 22:20 - Изге Яҙма

20 Киске аштан һуң да Ғайса ҡулына кәсә алды: – Был кәсә – Минең һеҙҙең өсөн түгелә торған ҡаным менән раҫланған яңы килешеү.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

20 Шулай уҡ, киске аштан һуң Ғайса кәсә алған да былай тигән: – Был кәсә – Минең һеҙҙең өсөн түгелә торған ҡаным менән раҫланған яңы килешеү.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

20 Киске аштан һуң да Ғайса ҡулына кәсә алды: – Был кәсә – Минең һеҙҙең өсөн түгелә торған ҡаным менән раҫланған яңы килешеү.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 22:20
13 Referencias Cruzadas  

Шулай уҡ киске аштан һуң кәсә алды ла былай тине: «Был кәсә – ҡаным менән раҫланған яңы килешеү. Уны эскән һайын Минең иҫтәлегемә эсегеҙ».


– Был – гонаһтарҙың ғәфү ителеүе хаҡына күптәр өсөн түгелә торған ҡаным. Ул – Алланың кешеләр менән килешеүен раҫлаусы ҡан.


Ә һеҙгә килгәндә, Арабыҙҙа ҡорбан ҡаны менән беркетелгән килешеү хаҡына Һөргөндәге халҡығыҙҙы Һыуһыҙ соҡорҙан сығарып азат ҡылам.


Именлек Аллаһы мәңгелек килешеүҙе раҫлаусы ҡан арҡаһында Раббыбыҙ Ғайсаны, һарыҡтарҙың бөйөк Көтөүсеһен, үленән терелтте.


Муса ҡорбан ҡанын халыҡҡа һирпте лә: – Раббы һеҙҙең менән төҙөгән килешеүҙе раҫлаусы ҡан был. Уның һүҙҙәре – килешеү шарттары, – тине.


яңы Килешеү Аралашсыһы Ғайса янына, Һабил ҡанына ҡарағанда һәйбәтерәк нәмәләр һөйләүсе Ғайсаның һирпелгән ҡаны янына килдегеҙ.


– Бына, шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – Исраил һәм Йәһүҙә халҡы менән яңы килешеү төҙөрмөн.


Васыят, ысынлап та, үлем һуңынан ғына ғәмәлгә инә: уны яҙған кеше тере саҡта бер ниндәй ҙә көсө булмай.


Ул беҙгә яңы килешеү хеҙмәтселәре булыу һәләтен бирҙе. Яңы килешеү – яҙылған ҡанунға түгел, ә Рухҡа нигеҙләнгән, сөнки яҙылған ҡанун үлтерә, Рух иһә йәшәү бүләк итә.


Шуға күрә Мәсих, кешеләрҙе тәүге килешеү ваҡытында ҡылған гонаһтарынан Үҙ үлеме менән ҡотҡарып, Алла тарафынан саҡырылғандар Ул вәғәҙә иткән яҡшылыҡтарға мәңге эйә булһын өсөн, яңы килешеүҙең аралашсыһы булды.


– Был – Минең күптәр өсөн түгелә торған ҡаным. Ул – Алланың кешеләр менән килешеүен раҫлаусы ҡан.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios