6 Улар Бейт-Ләхәмдә саҡта Мәрйәмдең бала табыр мәле етте.
6 Улар Вифлеемда саҡта Мәрйәмдең бала табыр мәле еткән.
Йәш арыҫландар ҙа табышһыҙ, ас ҡалыр; Ә Раббыны эҙләгәндәр Бер ниндәй яҡшылыҡтан да ҡоро ҡалмаҫ.
Кеше йөрәгендә ниәттәр күп, әммә Раббы ихтыяр иткәне генә бойомға аша.
Эй һин, Әфраҫалағы Бейт-Ләхәм, Йәһүҙә нәҫелдәренең иң бәләкәсе булһаң да, Минең ихтыярым буйынса, Исраилға юлбашсы буласаҡ зат һинән сығыр. Уның тамыры әүәлдән, борон-борондан уҡ килә.
Әлисабеттың бала табыр ваҡыты етте, һәм ул ир бала тыуҙырҙы.
Ул исемлеккә теркәлергә үҙенә йәрәшелгән Мәрйәм менән бергә барҙы. Мәрйәм ауырлы ине.
Мәрйәм үҙенең баш балаһын – Улын тыуҙырҙы һәм, йүргәккә төрөп, Уны мал утлыҡсаһына һалды, сөнки ҡунаҡ йортонда уларға урын юҡ ине.