Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 2:13 - Изге Яҙма

13 Ҡапыл фәрештә янында күк ғәскәре – күп һанлы фәрештәләр пәйҙә булды, улар Алланы данланы:

Ver Capítulo Copiar

Инжил

13 Ҡапыл фәрештә янында бик күп фәрештәләр – күк ғәскәре – пәйҙә булған, улар Алланы данлаған:

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

13 Ҡапыл фәрештә янында күк ғәскәре – күп һанлы фәрештәләр пәйҙә булды, улар Алланы данланы:

Ver Capítulo Copiar




Лукас 2:13
18 Referencias Cruzadas  

Мин йән эйәләре һәм аҡһаҡалдар тәхете тирәһендә бик күп фәрештәләр күрҙем. Улар меңдәрсә меңәр, иҫәпһеҙ-хисапһыҙ күп ине.


Ә Михаяһ былай тине: – Улай булғас, Раббы һүҙен тыңла! Мин Раббының Үҙ тәхетендә ултырғанын һәм эргәһендә, уң яҡтан да, һул яҡтан да бөтә күк ғәскәре баҫып торғанын күрҙем.


Барса фәрештәләре, Уны маҡтағыҙ, Данлағыҙ Уны, бөтә ғәскәре!


Фәрештәләрҙең бөтәһе лә ҡотолоуға эйә буласаҡ заттарға хеҙмәт итергә ебәрелгән хеҙмәтсе рухтар түгелме ни?


Уның хозурынан ут ташҡыны йылға булып аға. Уға хеҙмәт итеүселәр меңдәрсә, Күптин-күптәр алдында әҙер тора. Бына хөкөм ултырышы башланды, Һәммә китаптар асылды.


Һеҙгә шуны әйтәм: тәүбә иткән бер гонаһлы өсөн Алла фәрештәләре лә шулай уҡ шатланыр.


Яуап ҡайтар миңә, Раббы, Сөнки тоғро мөхәббәтең изге. Оло мәрхәмәтең менән йөҙөңдө бор миңә табан!


Был ниәт буйынса имандаштар берҙәмлеге аша күктәге етәкселәр менән хакимдарға Уның күп яҡлы зирәк аҡылы мәғлүм булыр.


Төшөндә ул ерҙән күккә ашып торған баҫҡыс күрҙе, ул баҫҡыс буйлап Алланың фәрештәләре менеп-төшөп йөрөй, имеш.


Шунан Рух мине өҫкә күтәрҙе. Мин артымда: «Раббының шөһрәте Үҙ урынында мөбәрәк булһын!» – тигән тетрәндергес мәғрур тауыш ишеттем.


Уларға үҙҙәре өсөн түгел, ә һеҙҙең өсөн хеҙмәт итеүҙәре асыҡлап бирелде. Улар иғлан иткәндәрҙе бит аҙаҡ, күктән ебәрелгән Изге Рух аша, Һөйөнөслө Хәбәр таратыусылар һеҙгә һөйләп бирҙе. Быларға хатта фәрештәләр ҙә күҙ һалырға теләй.


Бына ошо билдә аша һеҙ Баланы танырһығыҙ: Ул мал утлыҡсаһында биләүле ятыр.


– Бейек күктәрҙәге Аллаға дан! Алла Үҙе һайлап алған һәм яратҡан кешеләргә ерҙә именлек булһын!


Иманыбыҙҙың серле асылының бөйөк булыуы бәхәсһеҙ: Ул кеше тәнендә килде, Уның хаҡлығы Изге Рух ярҙамында раҫланды, Уны фәрештәләр күрҙе, Ул халыҡтар араһында вәғәзләнде, донъяла иман менән ҡабул ителде, дан менән күккә күтәреп алынды.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios