Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 18:20 - Изге Яҙма

20 Уның бойороҡтарын беләһең: «Зина ҡылма, кеше үлтермә, урлашма, ялған шаһитлыҡ бирмә, атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит».

Ver Capítulo Copiar

Инжил

20 Уның әмерҙәрен беләһең: «Зина ҡылма, кеше үлтермә, урлашма, ялған шаһитлыҡ итмә, атай-әсәйеңә хөрмәт күрһәт».

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

20 Уның бойороҡтарын беләһең: «Зина ҡылма, кеше үлтермә, урлашма, ялған шаһитлыҡ бирмә, атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит».

Ver Capítulo Copiar




Лукас 18:20
15 Referencias Cruzadas  

«Зина ҡылма, кеше үлтермә, урлашма, башҡаныҡын көҫәмә» һәм башҡа төрлө бойороҡтар, бер һүҙ менән әйткәндә, «яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат» тигәнде аңлата.


«Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит» – был Алла тарафынан бирелгән беренсе бойороҡ. Ә бойороҡҡа өҫтәлгән вәғәҙәһе шул:


Балалар, бөтә нәмәлә лә ата-әсәләрегеҙҙе тыңлағыҙ, сөнки был Раббыға ҡыуаныс килтерә.


Ҡанун талаптарын үтәү менән Алла алдында бер кем дә аҡлана алмай бит, ә ҡанун аша гонаһтың нимә икәнлеген төшөнәбеҙ.


Бары ҡанун һәм шаһитнамәгә генә мөрәжәғәт итегеҙ. Әгәр ҙә уларҙың әйткәне шуларға тап килмәй икән, улар өсөн таң атмаясаҡ.


– Ниңә һин Мине игелекле тип атайһың? – тине Ғайса. – Алланан башҡа бер кем дә игелекле түгел.


Ә башлыҡ Уға: – Мин быларҙың бөтәһен дә йәш сағымдан уҡ үтәп киләм, – тине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios