Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 17:14 - Изге Яҙма

14 Ғайса уларҙы күргәс: – Барығыҙ, ҡаһиндарға күренегеҙ, – тине. Махау сирлеләр унда китеп барышлай уҡ таҙарынды.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

14 Ғайса уларҙы күргәс: – Барығыҙ, руханиҙарға күренегеҙ, – тигән. Махау сирлеләр унда барышлай уҡ таҙарынған.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

14 Ғайса уларҙы күргәс: – Барығыҙ, ҡаһиндарға күренегеҙ, – тине. Махау сирлеләр унда китеп барышлай уҡ таҙарынды.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 17:14
11 Referencias Cruzadas  

Ғайса был турала берәүгә лә һөйләмәҫкә ҡушты: – Ҡаһинға барып күрен һәм һауығыуың өсөн, Муса ҡушҡанса, ҡорбан килтер. Был кешеләргә һауығыуыңды раҫлау билдәһе булыр.


Нағаман, Иордан йылғаһына барып, Алла бәндәһе әйткәнсә, ете тапҡыр сумып сыҡҡайны, тәне сабыйҙыҡы кеүек шып-шыма, таҙа булып китте.


– Әлегә ошолай булһын, сөнки беҙ Алланың ғәҙел ихтыярын үтәргә тейешбеҙ, – тип яуапланы Ғайса. Яхъя быға риза булды.


Төндә йөрөгән иһә абына, сөнки уның үҙендә яҡтылыҡ юҡ, – тип яуапланы.


– Шилоах быуаһына барып йыуын, – тине (Шилоах – «ебәрелгән» тигән мәғәнәлә). Һуҡыр барып йыуынды, кире килгәндә күҙҙәре күрә ине.


– Ул нимә әйтһә, шуны эшләгеҙ, – тине әсәһе хеҙмәтселәргә.


Улар Мине саҡырғансы уҡ яуап бирермен, Өндәшеп тә өлгөрмәҫтәр, ишетермен.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios