Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 16:3 - Изге Яҙма

3 Идарасы үҙ алдына: «Нимә эшләйем икән? Хужам мине идаралыҡ эшенән ҡыуа, ер ҡаҙырға көсөм юҡ, хәйер һорарға оялам…

Ver Capítulo Copiar

Инжил

3 Идарасы шул саҡ үҙ алдына былай тип уйлаған: «Нимә эшләйем икән? Хужам мине идаралыҡ итеү эшенән ҡыуа, ер ҡаҙырға көсөм юҡ, хәйер һорарға оялам.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3 Идарасы үҙ алдына: «Нимә эшләйем икән? Хужам мине идаралыҡ эшенән ҡыуа, ер ҡаҙырға көсөм юҡ, хәйер һорарға оялам…

Ver Capítulo Copiar




Лукас 16:3
26 Referencias Cruzadas  

Беҙ ҡайһы берҙәрегеҙҙең эшләргә теләмәүе, ялҡауланыуы, фәҡәт кеше эшенә ҡыҫылып көн үткәреүе тураһында ишетеп торабыҙ бит.


Шул мәл тыумыштан аҡһаҡ бер кешене алып килделәр. Уны көн һайын Алла йортоноң Матур тип аталған ҡапҡаһы янына ултыртып, инеүселәрҙән саҙаҡа һорарға ҡалдырып китәләр ине.


Күршеләре һәм элек уның хәйер һорашҡанын күргәндәр: – Был теге хәйер һорап юл ситендә ултырған кеше түгелме һуң? – тиештеләр.


Әммә хөкөмдар дәғүәне оҙаҡ ваҡыт хәл итергә теләмәгән. Аҙаҡ, ниһайәт: «Алланан ҡурҡмаһам да, кешеләрҙән тартынмаһам да,


Бер көн Әлғазар үлгән, һәм фәрештәләр уны Ибраһим янындағы түрҙәге урынға алып барған. Бай ҙа үлгән. Уны ерләгәндәр.


Ә уның ҡапҡаһы төбөндә бөтә тәне һыҙлауыҡтар менән ҡапланған Әлғазар исемле фәҡир ятҡан.


Бай эстән генә: «Нимә эшләйем икән? Ашлығымды ҡайҙа һаҡларға?» – тип уйлаған.


Улар Йерихо ҡалаһына килде. Ғайса шәкерттәре һәм күп һанлы халыҡ менән Йерихонан сығып барғанда, юл ситендә Бартимай (йәки Тимай улы) тигән һуҡыр хәйерсе ултыра ине.


Тантаналы көндә, Раббының байрамында һеҙ нимә эшләрһегеҙ?


Пәйғәмбәрҙәр ялған пәйғәмбәрлек итә; Ҡаһиндар үҙҙәренсә хакимлыҡ ҡыла; Ә Минең халҡыма быларҙың барыһы оҡшай. Әммә ахырҙа һеҙ нимә эшләрһегеҙ икән?»


Яза көнөндә Алыҫтан өҫтөгөҙгә ҡаза килгәндә ни эшләрһегеҙ? Ярҙам һорап кемгә барырһығыҙ? Байлығығыҙҙы ҡайҙа йәшерерһегеҙ?


Ҡолдо йәштән уҙындырһаң, яҡшылыҡҡа алып бармаҫ бындай аҙым.


Ялҡау көҙөн ерен һөрмәй, ураҡ мәлендә буш баҫыуҙы һәрмәй.


Ялҡау йоҡоға туймаҫ, эшлекһеҙҙең ашы булмаҫ.


Эшендә ялҡау булған кеше – емереүсенең туғаны.


Ялҡауҙың юлын сәнскәк баҫыр, намыҫлыларҙың юлы тигеҙ-киң.


Ялҡау әллә нәмәләр көтөп ятҡансы, егәрле тамағын туйҙырған.


Һаман ингәс, батша унан: – Хөрмәт күрһәтергә теләгән кешеһе өсөн батша нимә эшләй ала? – тип һораны. Һаман: «Батша минән башҡа кемгә хөрмәт күрһәтергә теләһен?» – тип уйланы.


Тор ҙа ҡалаға бар. Нимә эшләргә икәнен һиңә унда әйтерҙәр.


Кис еткәс, хужа идарасыһына: «Эшселәрҙе саҡырып, эш хаҡын түлә. Аҙаҡ ялланғандарынан башлап, беренселәре менән тамамла», – тигән.


Бай идарасыһын саҡырып ала ла уға: «Һинең турала нимәләр генә ишетмәйем! Үҙеңдең идаралыҡ эшмәкәрлегеңә иҫәп-хисап яһа, сөнки артабан хужалығымда идарасы була алмайһың», – ти.


Әһә, таптым! Хужалыҡ менән идаралыҡ итеү эшенән сығарылғас, кешеләр мине үҙ йорттарына ҡабул итһендәр өсөн, нимә эшләргә кәрәклеген беләм», – тип уйлаған.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios