Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 16:23 - Изге Яҙма

23 Бай үлеләр донъяһында ғазап сиккән ваҡытта башын күтәреп өҫкә ҡараһа, алыҫта Ибраһимды, уның эргәһендә Әлғазарҙы күргән.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

23 Бай үлеләр донъяһында ғазап сиккән ваҡытта башын күтәреп өҫкә ҡараған һәм алыҫта Ибраһимды, ә уның эргәһендә Лазарҙы күргән.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

23 Бай үлеләр донъяһында ғазап сиккән ваҡытта башын күтәреп өҫкә ҡараһа, алыҫта Ибраһимды, уның эргәһендә Әлғазарҙы күргән.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 16:23
26 Referencias Cruzadas  

Алла гонаһ ҡылған фәрештәләрҙе лә аямаған, ә тамуҡҡа ташлаған бит. Шунда, ҡараңғыла, бығауланған килеш хөкөм көтөрҙәр.


Минең биш туғаным бар, был ғазап сигеү урынына эләкмәһендәр өсөн, уларҙы иҫкәртһен», – тигән.


Һеҙ – йыландар һәм йылан тоҡомо! Йәһәннәмгә хөкөм ителеүҙән нисек ҡасырға уйлайһығыҙ?


Әгәр ҙә күҙең гонаһҡа ҡотортһа, уны соҡоп алып ташла! Ике күҙең менән йәһәннәм утына ырғытылғанға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа һыңар күҙле инеүең хәйерлерәк.


Раббы Үҙен танытты һәм хаҡ хөкөм ҡылды, Залимдар үҙҙәре ҡуйған тоҙаҡҡа ҡапты. Һиггайон Села


Уларҙы алдаған Иблис иһә януар менән ялған пәйғәмбәр ташланылған утлы һәм көкөртлө күлгә ырғытылды. Улар унда мәңгенән-мәңгегә көнө-төнө ғазапланыр.


Был кеше, Ғайсаны күреп, ҡапыл ҡысҡырып ебәрҙе, Уның алдына йығылып, көслө тауыш менән: – Эй, Ғайса, Юғарыларҙан Юғары Алланың Улы! Минән Һиңә нимә кәрәк? Үтенеп һорайым, яфалама мине, – тип ҡысҡырҙы.


Әгәр һине уң күҙең гонаһҡа ҡотортһа, уны соҡоп алып ташла! Бөтөн тәнең менән йәһәннәмгә ырғытылыуға ҡарағанда, бер ағзаңды юғалтыу һинең өсөн хәйерлерәк.


Ә Мин һеҙгә әйтәм: туғанына асыу тотҡан кешене лә хөкөм көтә. Туғанына «мәғәнәһеҙ» тип әйтеүсе Юғары кәңәшмә алдында яуап тоторға, ә «ахмаҡ» тиеүсе йәһәннәм утына тарттырылырға тейеш.


Әммә һин үлеләр донъяһына, Упҡындың тәрәнлегенә ырғытылдың.


Ер аҫтындағы үлеләр донъяһы: „Хуш киләһең“, – тип, Һине ҡаршыларға ашҡына, эй Бабил батшаһы! Ер йөҙөндә хаким булғандарҙың әруахтарын уятты, Ҡәүемдәргә идара иткән батшаларҙың рухтарын, Тәхеттәренән ҡалҡытып, аяҡҡа баҫтырҙы.


«Үлем, һинең еңеүең ҡайҙа? Үлем, һинең ҡаяуың ҡайҙа?» – тигән һүҙҙәр тормошҡа аша.


Эй Капернаум, әллә һине күккә тиклем күтәрерҙәр тип уйлайһыңмы? Юҡ, үлеләр донъяһына тиклем түбән ырғытылырһың. Әгәр һиндә ҡылынған мөғжизәләр Содомда күрһәтелһә, ул хәҙерге көнгәсә торор ине.


– Эй Алла Улы, Һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Бында беҙҙе ваҡытынан алда яфаларға килдеңме? – тип ҡысҡырҙы улар.


Аҡыллы кеше түбәндән, үлеләр донъяһынан тайпылыр өсөн юғары, йәшәүгә илткән юлдан йөрөй.


Ә янына килгән бахыр үҙен әруахтар янына саҡырғанды белмәй. Уның ҡунаҡтары – үлеләр донъяһының төпкөлөндә.


Уның өйө – үлеләр донъяһына юл, ҡәбергә алып төшә ул.


Уның аяҡтары үлем юлына төшә, аҙымдары үлеләр донъяһына йүнәлә.


Хәсрәтле көнөңдә Мине саҡыр, Ҡотҡарырмын, шунда һин Мине данларһың».


Уларҙың йөрәктәрен май бөргән, Үҙҙәре оятһыҙ маҡтаналар.


Шул саҡ бай: «Эй атабыҙ Ибраһим! Миңә мәрхәмәтле булып, Әлғазарҙы яныма ебәр әле, ул бармаҡ осон һыуға манып, телемде сылатып һалҡынайтһын. Мин был ялҡында шул тиклем ғазапланам», – тип ҡысҡырған.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios