Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 15:5 - Изге Яҙма

5 Ә инде тапҡас, ҡыуанып, уны елкәһенә һалып алып ҡайтыр.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

5 Ә инде тапҡас, ҡыуанып, уны елкәһенә һалыр,

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

5 Ә инде тапҡас, ҡыуанып, уны елкәһенә һалып алып ҡайтыр.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 15:5
31 Referencias Cruzadas  

Иманда беренсе булып барған һәм уны камиллыҡҡа еткергән Ғайсанан күҙ яҙлыҡтырмайыҡ. Ул, хурлығына иғтибар итмәйенсә, киләсәктә юлында көткән шатлыҡ хаҡына арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды һәм Алла тәхетенең уң яғына ултырҙы.


– Бөгөн был өйгә ҡотолоу килде, – тине Ғайса, – был кеше лә Ибраһим нәҫеленән бит.


Һинең һымаҡ гонаһтарҙы ярлыҡаған, Үҙ халҡының иҫән ҡалғандарының ғәйебен ғәфү ҡылған, Мәңгелеккә асыуын тотмаған, Тоғро һөйөүенән ләззәт алғанБашҡа алла бармы?


Ғайса уға: – Хаҡ һүҙ әйтәм: һин бөгөн үк Минең менән бергә ожмахта булырһың, – тине.


Әммә бөгөн ҡыуаныстан нисек күңел асмайһың инде: ҡустың үлгәйне – терелде, юғалғайны – табылды», – тигән.


Әллә Мин яуыз кешенең үлеменән һөйөнөс табаммы? – тип белдерә Раббы Хаким. – Мин уның яман юлынан баш тартыуын һәм йәшәүен теләйем.


Заман аҙағында асылырға әҙер торған ҡотолоу өсөн Алла һеҙҙе иманығыҙ аша Үҙенең ҡөҙрәте менән һаҡлап тора.


шулай иткәндә, улар, иҫкә килеп, үҙ ихтыярына буйһондорған Иблис тоҙағынан ҡотолор.


сөнки беҙҙең Һөйөнөслө Хәбәребеҙ һеҙгә һүҙ аша ғына түгел, ә Изге Рухтың ҡөҙрәте һәм тәрән ышаныуыбыҙ аша барып етте. Был һеҙгә билдәле, сөнки беҙ бергә ваҡытта һеҙҙең өсөн нисек йәшәгәнебеҙҙе беләһегеҙ.


Алланың миндәге ҡеүәте арҡылы Уның миңә бүләк иткән мәрхәмәте менән был Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыу эшендә хеҙмәт итә башланым.


Беҙҙе Алла ҡулы булдырҙы. Уның алдан әҙерләнгән яҡшы эштәрен башҡарыу өсөн, беҙ Ғайса Мәсихтә бар ителдек.


Ҡыуанысымды һеҙ татыһын һәм ул бар булмышығыҙҙы биләп алһын тип, һеҙгә ошоларҙы һөйләнем.


Һинең менән Аллаң Раббы, Һиңә ҡотолоу алып киләсәк көслө яугир! Ул һинең өсөн шатланыр һәм тантана итер, Һине мөхәббәте менән яңыртыр, Шатлыҡ йыры менән күңел асыр,


Шул саҡ Раббының ҡөҙрәте менән, Аллаһы Раббының данлы исеменә сорналып көтөүсе килер, Исраил халҡы хәүеф-хәтәрһеҙ йәшәр, Сөнки ул заттың даны бөтә донъяға таралыр.


Уларға еткер: «Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким. – Мин яуыздың үлеменән түгел, яман юлын ташлап тере ҡалыуынан һөйөнөс табам. Яуыз юлығыҙҙан ҡайтығыҙ. Нимәгә һеҙгә үлергә, эй Исраил халҡы?»


Улар ғазап сиккән саҡта Ул да ғазапланды. Уның фәрештәһе уларҙы ҡотҡара килде. Һөйөүе һәм мәрхәмәте менән Ул Үҙе йолоп алды. Боронғо замандарҙа гел ҡулына күтәреп йөрөттө.


Сион халҡын „Раббы йолоп алған изге халыҡ“ тиерҙәр. Ә һине, Йәрүсәлим, „Алланың һөйөклөһө, ташланмаған ҡала“ тип атарҙар».


Егет ҡыҙға өйләнгәндәй, Улдарың да һине мәңгегә үҙенә алыр. Кейәү кәләшенә нисек ҡыуана, Аллаң да һиңә шулай һөйөнөр.


– Әйтәйек, берегеҙҙең йөҙ һарығы булып, шуларҙың береһен юғалтты, ти. Ул, туҡһан туғыҙын көтөүлектә ҡалдырып, юғалтҡан бер һарығын тапҡансы эҙләмәҫме ни?


Өйөнә ҡайтҡас, дуҫтары менән күршеләрен саҡырып: «Шатлығымды уртаҡлашығыҙ, мин юғалған һарығымды таптым», – тиер.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios