Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 13:14 - Изге Яҙма

14 Ғибәҙәтхана башлығы, Ғайсаның шәмбе көндө һауыҡтырыуына асыуланып, халыҡҡа: – Эшләү өсөн аҙнаның алты көнө бар, сирҙәрегеҙҙән һауығырға шәмбе түгел, ә шул ҡалған көндәрҙең береһендә килегеҙ, – тине.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

14 Ғибәҙәтхана башлығы, Ғайсаның шәмбе көнө һауыҡтырыуына асыуланып, халыҡҡа: – Эшләү өсөн аҙнаның алты көнө бар, сирҙәрегеҙҙән һауығырға шәмбе түгел, ә шул ҡалған көндәрҙең береһендә килегеҙ, – тигән.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

14 Ғибәҙәтхана башлығы, Ғайсаның шәмбе көндө һауыҡтырыуына асыуланып, халыҡҡа: – Эшләү өсөн аҙнаның алты көнө бар, сирҙәрегеҙҙән һауығырға шәмбе түгел, ә шул ҡалған көндәрҙең береһендә килегеҙ, – тине.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 13:14
20 Referencias Cruzadas  

Алты көн буйы бөтә эштәреңде башҡар,


Фарисейҙар быны күреп Ғайсаға: – Ҡара, Һинең шәкерттәрең шәмбе көнө эшләргә тыйылғанды эшләй, – тинеләр.


Ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар, Ғайсаны ғәйепләргә һылтау эҙләп, шәмбе көндө берәйһен һауыҡтырмаҫмы икән тип, Уны күҙәтте.


Шул саҡ Яйрос исемле ғибәҙәтхана башлығы Ғайса янына килде лә, аяҡтарына йығылып, өйөнә барырға ялынды.


ғибәҙәтхана башлыҡтарынан булған Яйрос исемле кеше килде. Ғайсаны күреү менән Уның аяғына йығылды:


Мин шаһитлыҡ ҡыла алам: улар йәндәре-тәндәре менән Аллаға бирелгәндәр, әммә был дөрөҫ аңлауға нигеҙләнмәгән.


Шунан һуң ундағы кешеләр хөкөм йорто алдында ғибәҙәтхана башлығы Сосҫенесте тотоп туҡманы. Ә Галлиондың быға иҫе лә китмәне.


Ғибәҙәтхана башлығы Криспос иһә үҙенең бөтә ғаиләһе менән Раббыға инанды. Күп кенә коринҫостар ҙа, Паулустың һөйләгәндәрен ишетеп, иманға килде һәм һыуға сумдырылыу йолаһын үтте.


Ҡанундан һәм пәйғәмбәрҙәр яҙған китаптарҙан өҙөктәр уҡығандан һуң, ғибәҙәтхана башлыҡтары уларға хеҙмәтсе аша: – Туғандар! Халыҡҡа еткерергә теләгән нәсихәтегеҙ булһа, һөйләгеҙ, – тигән һүҙҙәрҙе еткерҙе.


Ҡанун белгестәре менән фарисейҙарҙың асыуы ҡабарҙы, улар, Ғайсаға ҡаршы ни эшләргә икән, тип кәңәш ҡорҙо.


Шулай уҡ арабыҙҙағы килешеү билдәһе итеп, уларға шәмбе көнө бирҙем. Шул саҡта Минең уларҙы изге ҡылыр өсөн Үҙемә айырып алған Раббы икәнемде беләсәктәр, тинем.


Алты көн эшләрһегеҙ, әммә етенсе көн – шәмбе, ял көнө, изге йыйын көнө. Бер ниндәй эш тә башҡармағыҙ. Йәшәгән һәр ерегеҙҙә Раббының шәмбе көнө был.


Алты көн эшлә, етенсе көндө эшләмә, үгеҙең дә, ишәгең дә ял итһен, ҡолиәңдең улы ла, килмешәк тә хәл йыйһын.


Алты көн буйы бөтә эштәреңде башҡар.


Бөтә хәлһеҙ ҡуйҙарҙы төрткөләп сығарғанға тиклем ҡабырғағыҙ һәм яурынығыҙ менән этеп, мөгөҙҙәрегеҙ менән төкөгәнегеҙ өсөн


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios