Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 12:21 - Изге Яҙма

21 Үҙе өсөн байлыҡ йыйған, әммә Алла алдында бай булмаған һәр кем менән шулай булыр.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

21 Үҙе өсөн генә хазина туплаған, әммә Алла алдында бай булмаған һәр кем менән шулай булыр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

21 Үҙе өсөн байлыҡ йыйған, әммә Алла алдында бай булмаған һәр кем менән шулай булыр.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 12:21
14 Referencias Cruzadas  

Тыңлағыҙ әле, ҡәҙерле имандаштарым: Алла, Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткәнсә, улар имандары менән бай булһындар һәм батшалыҡҡа эйә булһындар өсөн, донъя күҙендә ярлы булып күренгәндәрҙе һайлап алманымы ни?


Мөлкәтегеҙҙе һатығыҙ ҙа ярлыларға өләшегеҙ. Үҙегеҙгә мәңге туҙмай торған янсыҡтар әҙерләгеҙ, күктәрҙә һис кәмемәҫ хазина туплағыҙ: унда ҡараҡ та теймәҫ, көйә лә төшмәҫ.


Һинең хәсрәттәреңде һәм фәҡирлегеңде беләм, әммә һин бай! Үҙҙәрен йәһүд тип атаусыларҙың һине хурлауҙарын да беләм. Асылда улар йәһүдтәр түгел, ә Иблис йыйыны.


Йортона хәрәм юл менән байлыҡ йыйыусыға, Һәләкәттән ҡасмаҡ булып Ояһын бейек-бейектә ҡороусыға ҡайғы!


Исраил – мул тәлгәшле йөҙөм ҡыуағы, Емештәре лә бихисап уның: Емеше күп булған һайын, ҡорбан усаҡтары күбәйҙе; Тупрағы бәрәкәтле булғас, Табыныу бағаналары ла матурыраҡ.


Әммә тиҫкәрелегең һәм тәүбә итергә теләмәгән йөрәгең арҡаһында, Алланың ғәҙел хөкөмө асыҡланған асыу көнөндә башыңа төшәсәк нәфрәтте йыяһың.


Әгәр һеҙ был донъяның байлығы менән хаҡ эш итә алмайһығыҙ икән, кем һеҙгә ысын байлыҡты ышанып тапшырыр?


Байҙар, һеҙгә ҡайғы, сөнки етерлек йыуандығыҙ.


көйөндөрһәләр ҙә, һәр ваҡыт һөйөнәбеҙ; ярлы булһаҡ та, күптәрҙе байытабыҙ; бер нәмәбеҙ булмаһа ла, бөтә нәмәгә эйәбеҙ.


Ҡайһылар хәйерсе булһа ла, бай булып ҡылана, икенселәр бай булһа ла, хәйерсе булып күренергә тырыша.


ә байырға теләүселәр ҡотҡоға бирелә, кешене үлемгә һәм һәләкәткә килтерә торған мәғәнәһеҙ, зарарлы күп теләктәрҙең тоҙағына эләгә.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios