Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 11:31 - Изге Яҙма

31 Көньяҡ батшабикәһе, ҡиәмәт көнөндә тороп, был заман кешеләрен хөкөм итер. Сөнки ул Сөләймән батшаның аҡыллы һүҙҙәрен тыңлау өсөн ер сигенән килгән булған. Ә Бындағы – Сөләймәндән дә бөйөгөрәк.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

31 Ҡиәмәт көнөндә көньяҡ батшабикәһе лә, ошо быуын кешеләре менән бер рәттән тороп, уларҙы хөкөм итәсәк, сөнки ул Сөләймән батшаның аҡыллы һүҙҙәрен тыңлар өсөн ер сигенән килгән булған. Ә Алдығыҙҙағы – Сөләймәндән бөйөгөрәк.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

31 Көньяҡ батшабикәһе, ҡиәмәт көнөндә тороп, был заман кешеләрен хөкөм итер. Сөнки ул Сөләймән батшаның аҡыллы һүҙҙәрен тыңлау өсөн ер сигенән килгән булған. Ә Бындағы – Сөләймәндән дә бөйөгөрәк.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 11:31
11 Referencias Cruzadas  

Шева батшабикәһе Сөләймән тураһында ишетеп, уны табышмаҡтар менән һынарға килә. Ул бик күп ярандары оҙатыуында Йәрүсәлимгә килеп төшә; дөйәләре хуш еҫле май, ғәләмәт күп алтын, аҫылташтар артмаҡлаған була. Батшабикә Сөләймәнгә килә һәм үҙен ҡыҙыҡһындырған бөтә нәмәләр тураһында ла әңгәмәләшә.


Шулай итеп, тән сөннәте үтмәһә лә, ҡанун талаптарын үтәгән кеше, һине – яҙылған ҡанунға һәм сөннәткә эйә кешене – ҡанунды боҙған өсөн хөкөм итер.


Уға күгәрсен сүрәтендә Изге Рух төштө. Күктән: «Һин – Минең һөйөклө Улым. Һин – Минең ҡыуанысым!» – тигән ауаз ишетелде.


Көньяҡ батшабикәһе, ҡиәмәт көнөндә тороп, был заман кешеләрен хөкөм итер. Сөнки ул Сөләймән батшаның аҡыллы һүҙҙәрен тыңлау өсөн ер сигенән килгән булған. Ә Бындағы – Сөләймәндән дә бөйөгөрәк.


Раббы миңә: – Хыянатсыл Исраил хаин Йәһүҙәгә ҡарағанда тоғрораҡ булып сыҡты, – тине. –


Нух иман аша, әле күрергә мөмкин булмаған нәмәләр тураһында Алланан иҫкәртеү алып, Уға буйһоноп, үҙ йортондағыларҙы ҡотҡарыу өсөн кәмә төҙөгән. Иманы аша ул бөтә донъяны хөкөм иткән һәм иман арҡылы килә торған хаҡлыҡты алған.


Болот эсенән: «Был – Минең Улым, һайлап алған Улым, Уны тыңлағыҙ»! – тигән тауыш ишетелде.


Һиңә ҡаршы яһалған һис бер ҡорал эшкә ашмаҫ; Хөкөмдә һиңә яла яҡҡан һәр телде Үҙең ғәйеплегә сығарырһың. Раббыға ҡол булғандарҙың өлөшө шул: Уларҙы Үҙем аҡлармын», – тип белдерә Раббы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios