Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 1:16 - Изге Яҙма

16 Ул Исраил халҡының күбеһен Раббыға, үҙҙәренең Аллаһына, кире ҡайтарыр.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

16 Ул Израиль халҡының күбеһен Раббыға, үҙҙәренең Аллаһына, кире ҡайтарыр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

16 Ул Исраил халҡының күбеһен Раббыға, үҙҙәренең Аллаһына, кире ҡайтарыр.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 1:16
8 Referencias Cruzadas  

Инде Ул былай ти: «Яҡуп ырыуҙарын аяҡҡа баҫтырыу, Иҫән ҡалған исраилдарҙы ҡайтарыу өсөн, Ҡолом булыуың ғына етмәгән, Ҡотҡарыуым ер йөҙөнөң Иң алыҫ төбәктәренә барып етһен тип, Һине халыҡтар өсөн яҡтылыҡ сығанағы итәсәкмен».


Аҡыл эйәләре – ал таң нуры, Хаҡ юлға әйҙәүселәр йондоҙҙай, Мәңгелеккә, ғүмер баҡый балҡыр.


«Бына, Минең алдан юл әҙерләһен тип, Үҙемдең хәбәрсемде ебәрәм. Һеҙ эҙләгән бөйөк Хаким ҡапылғара Үҙ ҡорамына килер; Һеҙ көҫәгән Килешеү хәбәрсеһе – Бына ул килә лә инде! – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Сөнки Яхъя һеҙгә тәҡүә булыу юлын күрһәтергә тип килгәйне, һеҙ уға ышанманығыҙ. Ә һалым йыйыусылар һәм фәхишәләр ышанды. Һеҙ, быны күреп тә, барыбер уйығыҙҙан кире ҡайтманығыҙ һәм уға ышанманығыҙ.


Ә һин, сабый, Юғарыларҙан Юғарының пәйғәмбәре тип аталырһың, Раббыға юл әҙерләп, Уның алдынан барырһың.


Шунан һуң Яхъя Иордан йылғаһының тирә-яғындағы ерҙәрҙе йөрөп сыҡты. Ул кешеләрҙе, гонаһтары ғәфү ителһен өсөн, тәүбә итеп һыуға сумдырылырға өндәп йөрөнө.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios