Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Левиҙәр 9:7 - Изге Яҙма

7 Шунан Һарунға: – Раббы бойорғанса, ҡорбан усағы янына бар ҙа, үҙеңде һәм халыҡты гонаһтарҙан паклау йолаһын башҡарып, үҙең өсөн гонаһ ҡорбаны менән тотош яндырыу ҡорбаны тәҡдим ит, – тине. – Унан һуң халыҡты гонаһтарынан паклау йолаһын башҡарып, халыҡтың да ҡорбанын килтер.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Шунан Һарунға: – Раббы бойорғанса, ҡорбан усағы янына бар ҙа үҙеңде һәм халыҡты гонаһтарҙан паклау йолаһын башҡарып, үҙең өсөн гонаһ ҡорбаны менән тотош яндырыу ҡорбаны тәҡдим ит, – тине. – .Шунан халыҡты гонаһтарынан паклау йолаһын башҡарып, халыҡтың да ҡорбанын килтер.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

7 Шунан Һарунға: – Раббы бойорғанса, ҡорбан усағы янына бар ҙа, үҙеңде һәм халыҡты гонаһтарҙан паклау йолаһын башҡарып, үҙең өсөн гонаһ ҡорбаны менән тотош яндырыу ҡорбаны тәҡдим ит, – тине. – Унан һуң халыҡты гонаһтарынан паклау йолаһын башҡарып, халыҡтың да ҡорбанын килтер.

Ver Capítulo Copiar




Левиҙәр 9:7
12 Referencias Cruzadas  

Шунлыҡтан ул халыҡ гонаһтары өсөн дә, үҙ гонаһтары өсөн дә ҡорбан килтерергә тейеш.


Һәр баш ҡаһин, кешеләр араһынан һайланып, Алла алдында уларҙың вәкиле итеп ҡуйыла. Ул гонаһтарҙан пакланыр өсөн бүләктәр һәм ҡорбан килтерергә тейеш.


Сатырҙың эске өлөшөнә иһә бары тик баш ҡаһин ғына йылына бер тапҡыр инә. Ул мотлаҡ рәүештә үҙе менән ҡорбан ҡанын алып инә. Был ҡанды үҙенең һәм халыҡтың белмәйенсә ҡылған гонаһтары өсөн килтерә.


Мәсехләнгән ҡаһин гонаһ ҡылып, халыҡты ғәйепле итһә, үҙ гонаһы өсөн гонаһ ҡорбаны итеп Раббыға кәмселекһеҙ үгеҙ башмаҡ килтерһен.


Шуға күрә Ғәли нәҫеленә ант итеп әйтәм: Ғәли нәҫеленең ғәйебе ҡорбандар менән дә, саҙаҡалар менән дә мәңге юйылмаҫ.


Ул Һарунға былай тине: – Үҙең өсөн гонаһ ҡорбаны итеп һыйыр малынан кәмселекһеҙ бер үгеҙ башмаҡ һәм тотош яндырыу ҡорбанына кәмселекһеҙ һарыҡ тәкәһе ал. Уларҙы Раббы ҡаршыһына килтер.


Бөгөн эшләгән һәр нәмәне Раббы һеҙҙе гонаһтарығыҙҙан паклау өсөн бойорҙо.


Үҙе һәм ғаиләһе гонаһтан пакланһын өсөн ул гонаһ ҡорбаны итеп үгеҙ башмаҡ тәҡдим итһен.


Һарун үҙен һәм ғаиләһен гонаһтан паклау өсөн, үгеҙ башмаҡты һуйып, гонаһ ҡорбаны килтерһен. Башмаҡты салғандан һуң


Изге урында йыуынып, көндәлек ҡаһин кейемдәрен кейһен. Шунан һуң сығып үҙенең һәм халыҡтың тотош яндырыу ҡорбандарын ғәмәл ҡылһын, шул рәүешле үҙе һәм халыҡ өсөн пакланыу йолаһын башҡарһын.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios